Балтас районы Юғары Ҡанһөйәр ауылы тарихында ҡыуаныслы ваҡиға — яңы мәсет асылыу тантанаһы үтте. Был ауыл халҡының рухи тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки мәсет — иман йорто, ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына түгел, ә халыҡты берләштереүсе, мәҙәниәтте һаҡлаусы, быуындарҙы тоташтырыусы үҙәк тә. Мәсет — ул тарих, дин, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм киләсәк араһындағы күпер.
Мәсет төҙөү — еңел эш түгел. Ул ҙур тырышлыҡ, ваҡыт, финанс һәм, әлбиттә, ихлас күңел талап итә. Юғары Ҡанһөйәр ауылы был һынауҙы уңышлы үтте: изге ғәмәлгә һәр кем өлөш индерергә тырышты. Һөҙөмтәлә, Аллаһтың рәхмәте менән, ауылда яңы, күркәм мәсет ҡалҡып сыҡты. Манараһы күккә ашҡан мөһабәт бина ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнде.
Мәсет асылыу тантанаһы йылы, шатлыҡлы мөхиттә уҙҙы. Байрамға ауыл халҡы, ҡунаҡтар, дин әһелдәре йыйылды. Тантанала сығыш яһаусылар мәсеттең әһәмиәтен, игелекле ғәмәлдәрҙең мөһимлеген билдәләп, төҙөлөштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күп һанлы ҡунаҡтар араһында республиканың төрлө райондарынан дин әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бағыусылар бар ине.
— Мәсет — ул беҙҙең рухи йортобоҙ, иман ныҡлығыбыҙ. Ул беҙҙе яҡшылыҡҡа өйрәтә, яманлыҡтан һаҡлай. Яңы мәсет ауылға именлек, бәрәкәт килтерһен. Киләсәктә лә бергәләшеп, динебеҙҙе, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға насип булһын, — тип изге теләктәрен еткерҙе мәртәбәле ҡунаҡтарҙың береһе — Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һәм әлеге төҙөлөштә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шулай уҡ был изге эштең активисы Айдар Бәкеров һәм төҙөлөшкә ҙур өлөш индергән шәхси эшҡыуар Марат Хәйруллин Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының миҙалы менән билдәләнде. Тәлғәт Тажетдин үҙенең сығышында мәсеттәрҙең ролен баһалап, уларҙың халыҡты берләштереүҙәге әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бөгөнгө көн — беҙҙең район өсөн ысын мәғәнәһендә иҫтәлекле ваҡиға. Районда 35-се мәсет асылыуы халыҡтың рухи берҙәмлеген, иманлы булыуын, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоғон күрһәтә. Яңы мәсет төҙөлөшөнә өлөш индергән һәр кемгә һәм айырыуса изге эштең башында тороусы ауыл старостаһы Әлзәм Бәкеровҡа сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм. Һеҙҙең хеҙмәт киләсәк быуындарға рухи мираҫ булып ҡаласаҡ. Мәсет йәшәйешегеҙгә яңы көс, яңы һулыш өҫтәһен, именлек һәм бәрәкәт килтерһен, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм мәсет төҙөү эшендә “ҡайнаусыларға” Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Кашшаф Ямалетдинов та ҡатнашты. Ул мәсеткә затлы келәм бүләк итеп, ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашты.
— Бөгөнгө тантана — Юғары Ҡанһөйәр ауылы халҡының берҙәмлеге, тырышлығы, игелекле ғәмәлдәргә әҙер булыуының асыҡ миҫалы. Мәсет төҙөү — ул киләсәк быуындарға ла үрнәк булырлыҡ ҙур эш, — тине Кашшаф Сәйфит улы.
Башҡа ҡунаҡтар ҙа изге теләктәрен еткерҙе, улар ҙа мәсеткә бүләктәр алып килгәйне.
1970-1980 йылдарҙа агроном булып эшләгән, хәҙер райондың ветерандар ойошмаһын етәкләгән Рифат Сафин бирелә эшсән, татыу халыҡ йәшәүен билдәләп, ҡанһөйәрҙәрҙе мөһим ваҡиға менән ҡотлап, мәсет төҙөү эшендә әүҙем булыусыларҙы иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләне.
Яңы иман йортона мулла итеп Фәнил Зәйруллин тәғәйенләнде. Фәнил Әдим улына ауыл халҡы ҙур өмөттәр бағлай. Уның етәкселегендә мәсет яңы үҫеш этабына күсер, дини ғилем таратыу, иманлылыҡты арттырыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса мөһим эштәр башҡарылыр.
— Ауылыбыҙҙа иман йорто асылыуға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Был ауылдаштарҙың йылдан-йыл иманға тартыла барыуын, берҙәмлеген, рухи көсөн, дингә тоғролоғон күрһәтә. Изге йорт төҙөлөшөнә һәр кем ярҙам итергә тырышты, барығыҙға ла, бигерәк тә төҙөлөш башында торғандарға ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Яңы мәсет тормошобоҙҙа мөһим рол уйнап, халыҡты иман нурына күмеп, балаларыбыҙ күңеленә дини орлоҡтар һалыр, татыулыҡҡа, игелекле ғәмәлдәргә өндәп торор, тип ышанам, — тине Фәнил Зәйруллин.
Яңы мәсет Юғары Ҡанһөйәр ауылына яңы һулыш, яңы көс өҫтәһен. Аҙан тауыштары һәр йортҡа шатлыҡ, тыныслыҡ алып килһен.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.