Сара балаларҙа Ислам диненә, дини байрамдарға ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, яратыу, ололау хистәре, әҙәплелек, әхлаҡлылыҡ сифаттары тәрбиәләү, тыңлаусан булырға өйрәтеү маҡсатынан үткәрелде.
Тантананы балалар Ҡөрьән аяттары уҡып башланы, бар халыҡ тәҡбир әйтеп, доға ҡылынды. Килгән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы исеменән уның беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, сараның әһәмиәтен билдәләне:
— Ихлас күңелдән һәр кемде байрам менән тәбрик итәм. Иҫән-имен булып, артабан да милләтебеҙ, динебеҙ менән ғорурланып йәшәргә яҙһын. Районда 38 мәсет бар, шуларҙың һәр береһендә Ҡорбан ғәйете намаҙҙары уҡылды. Изге ниәттәр, игелекле ғәмәлдәр ҡабул булһын. Балалар — беҙҙең киләсәк. Уларға ниндәй тәрбиә бирһәк, ниндәй ғәмәлдәр өйрәтһәк, илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың да киләсәге шундай булыр. Яҡшыны — ямандан, яманды яҡшынан айыра белеү сифаттары кешелә йәштән үк тәрбиәләнә. Кес кенә борайҙар ауыҙынан изге Ҡөрьән аяттарын ишетеп, күңел йылылыҡ менән тулды, — тине ул.
Байрамға йыйылыусыларҙы район имам-мөхтәсибе Рәмил хәҙрәт Зарипов һәм имам Рифат хәҙрәт Зарипов та сәләмләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәмил хәҙрәт был сараның районда бишенсе йыл рәттән үтеүен әйтте. Ҡорбан байрамын шулай матур итеп ҙурлап үткәрергә ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевҡа ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Унан Рифат хәҙрәт Ҡорбан байрамы тураһында аңлатып, һөйләп, мөрәжәғәтендә берҙәмлек, тыныслыҡ төшөнсәләренең мөһимлеген билдәләне. Ул ғаиләлә бала тәрбиәләү, дөйөм алғанда, ғаилә мөхите тураһында һүҙ алып барҙы. Һуңынан уҡылған намаҙҙар, әйтелгән зекер-тәсбихтәр, ҡылған игелекле ғәмәлдәр хөрмәтенә, мәрхүм-мәрхүмәләрҙең рухына ирештереп доға уҡылды.
Байрамға, милләтенә һәм диненә ҡарамаҫтан, барлыҡ теләүселәр ҙә саҡырылғайны. Шуныһы ҡыуаныслы, дини сараға күпселек халыҡ матур мосолман кейемендә килгәйне. Майҙан бик матур итеп биҙәлгән, бер ситтә ҡунаҡтар өсөн, тәмле еҫтәр сығарып, былау беште. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡтан атыу, балыҡ тотоу, арҡан тартышыу һәм башҡа төр уйындарҙа оҫталыҡтарын күрһәтте. Дәртләндереү тауыштары ҡатнашыусыларға көс бирҙе. Әлбиттә, уйын, ярыштар булғас, еңеүселәргә бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
Быйыл башҡа йылдарҙан айырмалы булараҡ, аҙан әйтеү буйынса ла бәйге ойошторолғайны, уның да еңеүселәре билдәләнде.
Тәмле былау ашап, сәй эсеп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты байрамдан борайҙар.
Зәһинә Ибатуллина.