Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
10 Апрель , 08:15

Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле туғандар, Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Ураҙа байрамы  ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!

 

 Бөгөн бар мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм яҡындары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә.

Башҡортостанда төрлө милләт һәм дин вәкилдәре иңгә-иң терәшеп, үҙ халҡының үткәнен ҡәҙерләп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап татыу көн итә.

Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Туғандар, яҡындар, бөтә халыҡ имен, татыу, бәхетле йәшәһен. Ил-йортобоҙға тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек, бәрәкәт насип итһен!

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Читайте нас: