Бөгөн мосолман донъяһындағы иң ҙур байрамдарҙың береһе - Ураҙа ғәйете. Ошо уңайҙан иртә менән солтанбәктәр ғәйет намаҙын уҡырға, баш-күҙ иҫәнлегенә, ил-көн тыныслығына, һалдаттарыбыҙҙың махсус хәрби операциянан иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуы өсөн хәйер-саҙаҡалар һалырға тип, ауыл мәсетенә йыйыла. Шуныһы ҡыуандыра – зал тулы була. Ата-әсәһенә эйәреп килгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең булыуы айырыуса һөйөнөслө. Ололар уларға байрам уңайынан бүләктәр ҙә әҙерләп тарата.
Байрам сараһын мәсеттең имам-хатибы Айрат хәҙрәт Насртдинов алып бара.
Ураҙа ғәйете менән барыһын да ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева ла ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
Айрат хәҙрәт байрам вәғәзе һөйләгәндән һуң, мосолмандар менән бергә ғәйет намаҙы уҡыйҙар.
Байрам мәжлесе һәр кем алып килгән күстәнәстәрҙән матур табын ҡоролоп, Назим Хәҙрәт һәм Асия Атаниязова әҙерләгән былау менән һыйланып, тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамам була.
Йыйылғандар үҙ теләктәрен әйтә, Ҡөръән уҡып доғалар ҡыла.
Бына шундай бик матур Ураҙа байрамы уҙа Солтанбәктә.
Күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған был изге Рамаҙан айы диндарҙар өсөн рухи үҫеш, изгелек, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек кеүек гүзәл сифаттарҙы күрһәтеү осорона әүерелә. Динебеҙ киләсәктә лә илебеҙҙә милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың сәскә атыуына булышлыҡ итһен.
Илебеҙҙә тыныслыҡ тантана итһен, халҡыбыҙ имен тормошта бәхетле йәшәһен!
Наилә Имаева.