Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
10 Апрель , 14:30

“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете

Табаҫҡытамаҡ ауылында ла байрам уңайынан күркәм сара үтте.

-Мәсетебеҙҙә иртә менән байрам рухы тантана итте. Ҡатын-ҡыҙҙар йүгереп өҫтәл әҙерләне, ир-егеттәр хәл-әхүәл һорашты, ил-көн яңылыҡтары менән бүлеште, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итте.

Байрам сараһын муллабыҙ Фәүҡи хәҙрәт Зихин алып барҙы.
– Ураҙа – Ислам диненең биш терәгенең береһе. Аллаһы Тәғәлә хаҡына тотҡан ураҙаларыбыҙ сауапҡа яҙһын! Донъяларыбыҙ тынысланһын! Намаҙ уҡыған һайын яугирҙарыҙҙың иҫәнлеге өсөн доға ҡылабыҙ. Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә насип итһен Хоҙай Тәғәлә, – тип изге теләктәрен еткерҙе ул.

Ураҙа ғәйетендә ҡатнашыусылар байрам табыны артында сәй эсеп,үҙ -ара аралашып,  изге теләктәр әйтеп таралышты, -  тип хәбәр итте Табаҫҡытамаҡ ауылынан Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мосолмандар изге Рамаҙан айында – 11 марттан 9 апрелгә тиклем ураҙа тотто. Бөгөн, 10 апрелдә, изге айҙың тамамланыуы – Ураҙа байрамы билдәләнә. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Наилә Имаева.

“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
“Изгелек” мәсетендә – Ураҙа ғәйете
Читайте нас: