Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
7 Апрель , 10:35

Ифтар мәжлесе - сауаплы ғәмәл

Иҫке Ҡаҙансы ауылында “Нурулла” мәсетендә ҙур ойошҡанлыҡ менән ифтар мәжлесе үтте.

Ифтар мәжлесе -  сауаплы ғәмәл
Ифтар мәжлесе - сауаплы ғәмәл

 

Изге Рамаҙан айында  халыҡты берләштереүсе, рухи яҡтан яҡынайтыусы ифтар мәжлестәре һәр ауылда уҙа.

Кисә Иҫке Ҡаҙансы ауылының  “Нурулла” мәсетендә лә ҙур әҙерлек  менән ифтар мәжлесе ойошторола. Сараға Әлйәгеш, Урманкүл, Яңауыл ауылдарынан да ураҙа тотоусылар килә.

" Был сауаплы эштә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Уңған хужабикәләр – ағинәйҙәр  менән төрлө тәмле ризыҡтар бешереп алып килеп, бай табын әҙерләнек.

Мәсеттең имам-хатибы  Ғабдрахман хәҙрәт Сафин мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡыны, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ һаулығына, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн бергәләп доға ҡылдыҡ, намаҙ уҡыныҡ.

Йыйылған халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт уҡып таралышты", – тип хәбәр итте  Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә  апай Исламова.


Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Наилә Имаева.

 

Ифтар мәжлесе -  сауаплы ғәмәл
Ифтар мәжлесе -  сауаплы ғәмәл
Ифтар мәжлесе -  сауаплы ғәмәл
Ифтар мәжлесе - сауаплы ғәмәл
Читайте нас: