Аллаһ Собхана үә Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: «Әй, иман килтергән бәндәләрем, сәләмәт, ғәйрәтле, көслө, ҡеүәтле, аҡыллы хәлегеҙҙә Рамаҙан айына ирешһәгеҙ, ураҙа тотоғоҙ», – тине. Йылда ун ике ай бар, шуның берәүһендә – Рамаҙанда – Аллаһ Тәғәлә беҙҙең имандарҙы, ихласлыҡты, уға булған мөхәббәтебеҙҙе аслыҡ менән һынай. Ҡайһы бер бәндәләр харамдан да тартына алмаған ваҡытта, беҙ хәләл булған икмәктәребеҙҙән, яратҡан ризыҡтан тыйылып, бер Алланың ризалығына өмөт итеп, ураҙа тотабыҙ, ас торабыҙ. Ләкин Рамаҙан айында ас тороу – аслыҡ түгел, ә һынау. Әбей-бабайҙарыбыҙ борондан иң ауыр ваҡыттарҙа, йәйҙең иң эҫе оҙон көндәрендә ураҙаларын ҡалдырмаған.
Рамаҙан айында саҙаҡа, фытыр саҙаҡаһы һәм зәкәт биреү бар. Уны меҫкендәр, етемдәр, ғәриптәр, тол ҡатындар һәм күп балалы ғаиләләр файҙаһына бирәләр. Күңелебеҙҙә ниндәй бысраҡ, хөсөтлөк, асыу булһа, уларҙы бөтөрәйек, бер-беребеҙҙе ғәфү итәйек. Йә, Раббым, һин ғәфү итеүсе зат, ғәфү итеүҙе һөйәһең.
Ни өсөн ураҙа тотабыҙ? Беҙ уны Аллаһ ризалығы өсөн тотабыҙ, уға иман килтерәбеҙ. Иман – ул Аллаһҡа, пәйғәмбәрҙәргә, фәрештәләргә, китапҡа, әхирәт көнөнә ышаныу. Иман – күңел сафлығы, таҙалығы. Иманы зәғиф булған кешенең ураҙа тоторға көсө етмәй. Ҡайһы берҙәр, ваҡытым юҡ йәки эшем күп, тип һылтана.
«Лә-илләһа-илаллаһү» тип иман кәлимәһен әйткәс, мосолман булабыҙ. Унан һуң аҡылыбыҙ бар икән – биш ваҡыт намаҙ уҡырға, һаулығыбыҙ бар икән – ураҙа тоторға, байлығыбыҙ бар икән – зәкәт бирергә тейешбеҙ. Хәлебеҙҙән килһә – хажға барыу фарыз.
Рамаҙан етеү менән, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә Йәһәннәм ишектәре ябыла, оло шайтандар бығаулана («Мосолмандарға зарар итә алмаҫ», – тиелгән). Шайтандар бығаулы булыу сәбәпле, Рамаҙан айында гонаһтар әҙәйә. Ябай кешеләргә лә, хатта иманһыҙҙарға ла ҡағыла был. Улар ҙа яуызлыҡ ҡылыуын кәметә. «Рамаҙан айында сәләмәт һәр кем ураҙа тотһон, ә ауырыу йәки юлдағы мосафир быны башҡа ваҡытта ҡылһын. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, – тиелә «Бәҡара» сүрәһендә. – Уның бөтә бойороуы һәм тыйыуы һеҙҙең тормошто еңеләйтеү өсөн эшләнә». «Ҡөрьән, Аллаһ ҡануны менән йәшәү бер кемгә лә уңайһыҙлыҡ та, ҡыйынлыҡ та килтерә алмай. Ҡиәмәт көнөндә Мөхәммәт саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм һеҙҙең мосолман икәнегеҙгә шаһит булһын өсөн, һеҙ уның шәриғәтен ҡабул иттегеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм: «Кем бүләк өсөн түгел, ысын күңелдән ышанып ураҙа тотһа, уның элекке гонаһтары ла ярлыҡаныр», – тине.
Ислам ҡағиҙәләре буйынса, ураҙа таң атҡандан алып ҡояш байығанға ҡәҙәр айырым ғәмәлдәрҙән тыйылыуҙы күҙҙә тота. Улар – ашау, яҡынлыҡ ҡылыу, тәмәке тартыу, дарыу эсеү йәки укол яһау, насар һүҙ әйтеү, шаулау. Әгәр ҙә һеҙҙән берәйһе мыҫҡыллап көлһә йәки әрләшһә, уға: «Мин ураҙа тотам», – тиегеҙ. Аллаһ Тәғәләгә яҡшы эштәрегеҙҙе күрһәтегеҙ. Хәҙис Шәрифтә пәйғәмбәребеҙ, Рамаҙан айының беренсе ун көнө – рәхмәт; икенсе ун көнө – гонаһтарҙан пакланыу; һуңғы ун көнө – уттан һәм йәһәннәм ғазабынан ҡотолоу көндәре, тине.
Ураҙаның беренсе көнө, ҡояш ҡалҡырға ике сәғәт алда сәхәр ашын тамамлап, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ниәт ителә: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамаҙаанә минәл фәжри иләл-мәғриби хаалисал лилләәһи тәғәәләә. Аллаһү әкбәр». Мәғәнәһе: «Аллаһ Тәғәлә өсөн тип ихласлыҡ менән таң атҡандан башлап ҡояш батҡанға тиклем Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәтләнем. Аллаһү әкбәр».
Әгәр бер кеше Рамаҙан айында ахшам, йәстү үә тәрәүих намаҙҙарын йәмәғәт менән уҡыһа, уға Аллаһ Тәғәлә ҡәҙер кисенең һауабын бирер. Ҡәҙер кисе ошо рәүештә инер: бик эҫе һәм бик һыуыҡ булмаҫ, ул кистә болот та, ел дә иҫмәҫ, ҡар-ямғыр яумаҫ, һауала йондоҙҙар ҙа атылмаҫ һәм ул кистә барса һыуҙар татлы булыр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм Мостафаға Ябраил фәрештә арҡылы Ҡәҙер кисе көнө Ҡөрьән инә башлаған. Кем дә кем шул кисәлә зекер әйтеп, тәһәжжүд намаҙҙарын төн уртаһында тороп уҡып, сәхәр ваҡытында доға ҡылып, Аллаһтан һораһа, ул бәндәнең доғалары ҡабул ителер.
Мөбәрәк көн һәм кистәрендә намаҙ уҡыуҙың иң яҡшыһы – төндә тороп уҡылған тәһәжжүд намаҙы (Мөслим, 2812). Рәсүлебеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм витр намаҙын һәр ваҡыт тәһәжжуд намаҙынан һуң ҡылған. Тәһәжжуд намаҙы төндөң икенсе яртыһынан таң атҡансыға ҡәҙәр, 2, 4, 6 рәҡәғәттән алып, 12-гә тиклем уҡыла. Ул өйлә намаҙының 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙы кеүек башҡарыла. Беренсе ике рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһенән һуң – «Иннә әнзәлнәәһү» сүрәһен, өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәттәрҙә «Фатиха»нан һуң «Кәәфируун» сүрәһен ҡушыу сауаплы.
Мөхәррәм, Шағбан, Шәүүәл айҙарында ла ураҙа тотоу ғәҙәте бар. Рамаҙан айынан башҡа бөтөн ураҙалар нәфел (нәфилә), йәғни өҫтәмә, үҙ ихтыярың менән тотолған ураҙалар тип һанала. Уларҙы сөннәт ураҙа тип тә атайҙар.
Дилә Буранғолованың
«Дини байрамдар» китабынан ҡыҫҡартып алынды.
https://bashkizi.ru/articles/alla-b-r-k-te/2023-03-21/izge-rama-an-3184990