Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото.
Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған остаз инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, бер генә минут та буш ултырмай. Ул һәр саҡ ауылы, халҡы, балалары тураһында ҡайғырта. Ауылда ниндәй генә сара булһа ла, беренселәрҙән булып юл яра.
“Ҡояштай яҡты йөҙлө, йомарт күңелле, фәрештәләй изге йөрәкле Фәнизә апабыҙ менән беҙ һәр саҡ ғорурланабыҙ. Ул бөтә эшкә лә өлгөрә, йәштәргә биргеһеҙ етеҙ. Мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, өмәләрҙә лә һәр саҡ башлап йөрөй. Үҙе ауылда “Ағинәйҙәр ҡоро”н етәкләй. Бала тыуғандан алып, кешеләрҙе һуңғы юлға оҙатҡанға тиклем бөтә дини сараларҙа тормош иптәше Марсель хәҙрәт менән ҡатнашып, ярҙам итә.
Йортонда ла һәр саҡ тәртип-бөхтәлек, ултыртҡан емеш-еләктәре, йәшелсәләре һәр саҡ уңа. Мал-тыуар ҙа ҡарайҙар. Үҙенең донъяһын көтөргә лә, балаларына барып ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла өлгөрә. Шифалы ҡулдары менән кәрәк саҡта кешеләрҙе лә имләй.
Тыуған яғыбыҙ тарихын да бөртөкләп йыйып, өйрәнә. Белгәнен матур итеп һөйләп, кәрәк саҡта — мәрәкәләп, кәрәк саҡта кинәйәле һәм етди һүҙ атҡарып, йәш быуынды тәрбиәләүсе аҡ яулыҡлы, аҡ күңелле ағинәйебеҙ ул беҙҙең. Хәҙер генә ултырып шиғырҙарын да яҙып ҡуя.Ҡыҫҡаһы, үҙе бер хазина ул Фәнизә Рахман ҡыҙы, - тип маҡтап туя алманы ауылдашын “Гөлнәзирә” фольклор коллективы етәксеһе, ауыл клубы методисы Альбина Насырова.
Альбина апайҙың һәр һүҙе менән килешәм. Районыбыҙ сәхнәһендә лә йыш ҡына сығыш яһаусы Фәнизә Рахман ҡыҙынан һәр саҡ әсәйҙәрсә йылылыҡ та, хәстәрлек тә, ҡатын-ҡыҙ нескәлеге һәм аҡылы ла бөркөлә. Үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, эшһөйәр, һәләтле балалар тәрбиәләп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, шөкөр итеп донъя көтә улар.
Һәр көнөн изге доғаларҙан башлап, ил-көнгә именлек, халҡыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡаршылаған иманлы ағинәйҙең күңеле һәр ваҡыт әлегеләй нурлы, сәләмәтлеге ныҡ, балалары шатлығына төрөнөп, аҡыллы кәңәшсе, йылытыусы нур булып, бәхетле ҡартлыҡта йөҙгәсә йәшәргә насип булһын.
Наилә Имаева.