Элек-электән ата-бабаларыбыҙ, көҙөн баҡсала үҫтергән уңышты йыйып алғас, ғөшөр саҙаҡаһын мохтаждарға тапшырыр булған. “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы был күркәм йолаға бөгөн дә тоғро ҡала. Яңы ғына улар хәләл көс менән үҫтереп алған картуф, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, ташҡабаҡ һәм башҡа уңышынан, шулай уҡ һөт ризыҡтарынан өлөш сығарып, Өфө ҡалаһындағы “Туҡай” мәсетенә илтеп тапшырҙы. Атап әйткәндә, был сауаплы эште Раушан Вәлинур улы Суфиянов башҡарҙы.
“Хәләл малығыҙҙан, республикабыҙҙың күпселек районынан килеп, мәҙрәсәбеҙҙә дин ғилеме алыусы балаларға тапшырған саҙаҡағыҙ бәрәкәтендә Аллаһы Тәғәлә көтөлмәгән ерҙән малығыҙҙы арттырһын, ғаиләгеҙгә именлек, балаларығыҙға юғары әхлаҡ насип итһен, тип изге доға ҡылабыҙ”, - тип солтанбәктәргә рәхмәттәрен еткерә Аллаһы Тәғәлә юлында хеҙмәт итеүселәр.
Афарин, солтанбәктәр! Саҙаҡаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарурлығы хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. “Хаҡ юлда ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер өләшеүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр”, – тиелгән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә.
Ғөшөр саҙаҡаһына килгәндә, “ғөшөр” һүҙе ғәрәп теленән “ундан бер” тип тәржемә ителә. Зәҡәттең бер төрө булып тора. Башҡа төр саҙаҡаны күрһәтмәй биреү хупланһа ла, зәҡәт, ғөшөр саҙаҡаларын, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡтырыу маҡсатында, күрһәтеп биреү рөхсәт ителә, сөнки был төр саҙаҡа Аллаһы Тәғәләнең әмере, бойороғо булып тора.
Наилә Имаева.