Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
12 Октябрь 2023, 20:20

Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!

Бөгөн "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә Мәүлит   кисәһе  үтте. Ил-йорттарыбыҙға именлек һорап ҡылынған доғалар еребеҙгә бәрәкәт алып килеп, бар донъяла тыныслыҡ урынлашһын, ин шәә Аллаһ.

Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!
Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!

 

Әле изге айҙарҙың береһе Мәүлит айы бара. Ошо айҡанлы ауылдарҙа Мәүлит кисәләре уҙа. Унда  доғалар уҡыу, тыңлау, салауаттар әйтеү, хәйер-доғалар өләшеү Раббыбыҙ һәм уның рәсүленә ҡарата ихласлылығыбыҙҙы күрһәтә, иманыбыҙҙы нығыта. Күңелдәрҙе иман нурҙары менән байытҡан шундай кисәне бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә урындағы ағинәйҙәр ойоштороп үткәрә.

"Аллаға шөкөр, бөгөн  мәсетебеҙҙә  ағинәйҙәребеҙ, аҡһаҡалдарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ һәм   Ғәбдрәхим хәҙрәт Сафин ҡатнашлығында Мәүлит кисәһе уҙғарылды, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы. - Ауылдың өлкән кешеләре   87 йәшлек Рида   апа Зартдинова, 82 йәшлек   Азат абый  Мифтахетдинов, Вәсилә апа  Сафина  ла кисәбеҙгә килде.

Тәүҙә  дин ҡәрҙәштәребеҙ Ғәбдрәхим хәҙрәттең  аят-сүрәләрен тыңланы, артабан Аллаһы Раббыбыҙҙы  маҡтап, тәсбих-зекер әйтеп, Салауат әйттек, вәғәз тыңланыҡ, мөнәжәттәр уҡыныҡ.

Ситтә йәшәүсе  диндар ауылдашыбыҙ Хәләф  Хәтип улы Хәлилов ебәргән  тәрбиәүи темаға яҙылған бай йөкмәткеле мәҡәләләрҙе лә бергәләп уҡыныҡ. “Камил кешенең портреты”, “Беҙ Пәйғәмбәребеҙ янында кем?” мәҡәләләрендә, мәҫәлән, күрше-күлән, дуҫтар, туғандар,  ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында тәфсирләпр яҙылған.   Пәйғәмбәребеҙҙең тормошон да иҫкә алып, һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырҙыҡ.

Әлеге илебеҙ ауыр ваҡыт кисергән мәлдә махсус хәрби операцияға алынған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, тип доға ҡылдыҡ.

Уртаҡ көс менән, һәр кем бешеренеп алып килгән һый-хөрмәттән бай табын әҙерләп, бергәләп һөйләшә-һөйләшә сәй эстек.

 Ошо күркәм мәсетебеҙҙе төҙөтөп, уға ремонт эшләтеп, һәр саҡ ярҙам итеп торған  Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың балаларына, форсаттан файҙаланып,  ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаға шөкөр, мәсетебеҙ буш тормай, әленән-әле саралар үтеп тора.

Ошо изге айҙа уҡылған барлыҡ  доғаларыбыҙ ҡабул булып, ил-көндәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә таралышты мәсеткә килеүселәр. Иҫән-һау булып, киләсәктә лә шулай әүҙем рәүештә, берҙәмлектә, тыныс, имен тормошта осрашырға яҙһын!"

 

Салауат шәрифтәрҙе һәр кемгә күп уҡыу-әйтеү файҙалы. Ул әфәт -бәләләрҙән һаҡлар, фәҡирлектән имен булыр өсөн һәм хәйерле маҡсаттарға, шатлыҡтарға ирешеүгә оло сәбәп буласаҡ.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!
Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!
Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!
Күркәм, фәһемле, әхлаҡи сара күңелдәрҙе сафландырһын!
Читайте нас: