Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
7 Октябрь 2023, 13:05

Йортҡа, яңы нигеҙгә доға ҡылыу үрнәге

Яңы йортҡа күскәндә ошо доғаны уҡып, теләктәр әйтелә. "Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмимин... Әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсъхәәбиһи әжмәғыйн. Аллааһүммә Раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм-мүбәәракәү-үә әңтә хайрул мүңзилиин".        

Йә рәхимле, шәфҡәтле Раббым!  Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә, барса ғәләм дә Һинең әмереңә буйһона. Бөтә һөйөнөс һәм хәсрәт фәҡәт һинең ҡулыңда!

 Йә Раббым! Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән урынға Һин бәрәкәтеңде индерәһең. Теләһәң, был бәрәкәттәреңде алаһың…

 Йә, Раббым Аллаһ! Ғүмерҙе лә, һаулыҡты ла , барса йәшәү мөмкинлектәрен дә Һин генә Үҙеңдең фазыл үә рәхмәтең аша бирәһең. Бына ошо йортто ( фатирҙы) ла был ғаиләгә биреп, һин уларҙы ҙурланың, үҙ рәхмәтең менән бүләкләнең.

Йә , Раббым! Ошо нигеҙгә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде индер. Ошо нигеҙҙә йәшәүселәрҙең тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, күңелдәренә шәфҡәтлелек нурын индереп, араларына өлфәт-мөхәббәт һалып, ил-көн тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәйсә, тигеҙлек менән йәшәүҙәрен насип ит!

Йә, Раббым! Һин –Хафиз( Һаҡлаусы) тигән бөйөк исемгә эйә булған яратыусыбыҙ. Ошо нигеҙҙе һәм ошонда йәшәүселәрҙе барлыҡ насарлыҡтан һаҡла. Бигерәк тә ут  бәләһенән, һыу баҫыуҙан, ел-дауылдарҙан, бурҙарҙан, насар уйлы әҙәмдәрҙән, шайтандың зарарынан ҡурсала.

Йә, Аллаһ! Ошо ғаиләгә үҙ нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, мул хәләл ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон, матур, ғүмер йәшәүҙәрен насип ит. Ярҙамыңдан ташлама !

«Раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтәү-үә фил әәхыйрати хәсәнәтәү-үә ҡыйнәә ғәзәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәррахимиин”.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-10-06/yort-a-ya-y-nige-g-do-a-ylyu-rn-ge-3468923
Автор:
Читайте нас: