Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
23 Апрель 2023, 11:00

Әсә доғаһы

Әсә менән бала араһында пәрҙә юҡ. Шуға күрә әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була.Балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәрҙәргә, тыуа-тыуасарҙарға һәр ваҡыт яҡшы теләктә булайыҡ!Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһаҡ, кем һорар?!

Әсә доғаһы
Әсә доғаһы

🙏Теләк-доғаларҙы ниндәй телдә уҡыуың мөһим түгел, ә ихлас йөрәктән булыуы мөһим!
Әсә менән бала араһында пәрҙә юҡ. Шуға күрә әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була.
Балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәрҙәргә, тыуа-тыуасарҙарға һәр ваҡыт яҡшы теләктә булайыҡ!
Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһаҡ, кем һорар?!.
Аллаһ Тәғәлә үҙенән һорағандарҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата. Теләктәребеҙҙе ҡабул итһен! Амин!

🙏Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал. Уларға хәйерле, бәрәкәтле, һау-сәләмәт оҙон ғүмер, яҡты, бәхетле яҙмыш насип ит.

🙏Йә АЛЛАҺ, балаларҙың иманын нығыт. Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир. Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер.

🙏Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, ҡәҙер-хөрмәт итһен, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһындар.

🙏Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир.
Бәхет башы - тәүфиҡ.
Иң тәүҙә тәүфиҡле ит.

🙏Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла. Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын.

🙏Йә Раббым, балаларыбыҙҙы ниндәйҙер аңһыҙ яуызлыҡ ҡылыуҙан, кеше рәнйетеүҙән тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр, көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар көсө теймәһен. Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт.

🙏Йә Аллам, балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон. Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын.

🙏Йә Аллаһым, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһын ине.

🙏 РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп нығыт - Һине яратыусы, Һиңә һыйыныусы, ҡушҡаныңды үтәүсе, тыйғаныңдан тыйылыусы булһындар.

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен, абруйын күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы, оҙон ғүмер, иман байлығы бир.
Үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙенә ҡарап, тилмерешеп йөрөүҙән һаҡла.

🙏Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт һәм бәрәкәт, алған белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт, тырышлыҡ бир.

🙏Йә РАББЫМ, балаларыбыҙҙы түбәнселеккә төшөүҙән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай оло шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә етһен, бөтөн яҡындарын һөйөндөрһөн.

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, күркәм холоҡ, камил аҡыл һәм йомшаҡ күңел бир. Матур фиғел, яҡты йөҙ менән үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡороп йәшәһендәр.
Ҡыҙҙарыбыҙға ир бәхете, Әсә булыу шатлығы, ғаилә йылыһы насип ит. Улдарыбыҙ ҡатындарынан уңһын, абруйлы атай, ышаныслы йәр булһын. Ил-йортҡа терәк, һәр кемгә яҡшы үрнәк булһындар.

🙏 Йә Аллаһым, бөтөн изге теләктәремдең тормошҡа ашҡанын күреп ихлас ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Амин!!!

 

https://vk.com/wall-119242692_49412?w=wall-119242692_49412

Автор:
Читайте нас: