Доға ҡылыу ваҡытында йөзөң менән ҡиблаға табан боролорға, ҡулдарыңды өҫкә күтәрергә кәрәк.
Һораған ваҡытта сиктән уҙмаҫҡа, мөмкин булмаҫтай, аҡылға һыймаҫлыҡ нәмәләрҙе үтенмәҫкә.
Мөмкин булған осраҡта, доға ҡылыр алдынан тәһәрәт алыу хәйерлерәк.
Берәй кеше өсөн доға ҡылырға теләһәң, үҙең өсөн доға ҡылыуҙан башларға кәрәк.
Аллаһ Тәғәләнән нимә лә булһа һорарға ниәтләһәң, башта Уның 99 күркәм исемен уҡып сығып, мөрәжәғәт итергә кәрәк, унан доға ҡылыу тағы ла яҡшыраҡ.
Доға ҡылғанда үҙеңдең Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн генә башҡарған берәй изге эшеңде әйтеп, «Әй, Раббым, әгәр мин был изгелегемде фәҡәт Һинең ризалығың өсөн генә ҡылһам, Һин минең теләгемде, доғамды ҡабул ит», – тип мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Үҙең менән бергә булған изге күңелле мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәрҙән дә: «Минең өсөн доға ҡыл әле», – тип һорарға ярай.
Доға ҡылыусының ашаған, эскән, кейгән нәмәһе хәләл юл менән табылған булырға тейеш.
Доға ҡылыусы мосолман кешеләрҙе шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәргә саҡырырға, яуызлыҡтан тыйырға бурыслы.
Доғаларың ҡабул булһын тиһәң, бөтә гонаһлы эштәрҙән тыйылырға, бөтә асыу-үпкәләрҙе оноторға, барлыҡ кешеләрҙе ғәфү итергә, үҙең дә Аллаһ Тәғәләнән бөтә гонаһтарыңды ғәфү итеүҙе һорап, күп тәүбәләр ҡылырға кәрәк.
"Мин һине шундай һағындым" төркөмөнән.
Фото: vk.com