Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
21 Апрель 2023, 08:00

Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!

Рамаҙан айы Солтанбәк ауылында ла бәрәкәтле, хәйерле үтә.  Айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы  солтанбәктәр ауыл мәсетендә балалар өсөн дә ифтар ойоштора.

Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!

Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә – кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү, тип аңлата дин. Шуға ла айыҡ, сәләмәт, иманлы тормош көтөүсе солтанбәктәр ураҙаның ана шул төп сифаттарын хәтерҙә генә тота.

Рамаҙан айын изге ғәмәлдәр ҡылып үткәрәләр. Был айҙа ауылды, йорт-ихаталарҙы,  мәсет территорияһын таҙартыу буйынса ла өмәләр  йыш ойошторалар. Мәрхүмдәр рухына доға ҡылып, саҙаҡалар тараталар, оло йәштәгеләрҙең хәлдәрен беләләр.
Рамаҙан айында, һәр ваҡыттағыса, ауыл мәсете иман нурҙары һибеп, ауылды яҡтыртып тора. Ай буйына ураҙа тотоп, тәрәүих намаҙҙарын үтәп, көн дә халыҡ сиратлап үткәргән ифтарҙарҙа ҡатнашыу дуҫлыҡ һәм шатлыҡ мәжлестәре булып тора. Мәжлестәрҙә вәғәздәр тыңлап, ил тыныслығы, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләп доғалар ҡылалар.

Балалар һөйөнһә - ер менән күк һөйөнөр, тиҙәр. Беҙҙә лә ошондай ер менән күк һөйөнөр кис булды. Мәктәп коллективы балалар өсөн мәсеттә мул итеп ифтар әҙерләне.
Балалар тәмле итеп һыйланып, шаярып - көлөп, күңелле аралашып, сүрәләр уҡып, шатланып өйгә таралышты.
Ошондай изге эш эшләгән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙгә меңләтә кире ҡайтарһын! Һеҙ - ысынында балаларға үрнәк, уларға яҡшы тәрбиә биреп, үҙегеҙ артынан әйтеүселәр! Афариндар! “, - тип һөйөнөсөн белдерҙе Солтанбәк ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе, ете бала әсәһе Ләйсән Марат ҡыҙы Суфиянова.- Ғөмүмән, Рамаҙан айы бик бәрәкәтле үтте. -  
Ураҙа тотоусылар ҙа быйыл артты. Бигерәк тә йәштәр һөйөндөрҙө. Беҙҙә йыйылышып ифтар мәжлестәрен үткәреү күркәм бер ғәҙәткә әүерелде. Ифтар мәжлесендә, матур йола булараҡ, Ҡөрьән сүрәләре (аяттары) уҡыла. Йәштәр, балалар өсөн был үҙе үк тәрбиә сығанағы.  Тотҡан ураҙаларыбыҙ -ҡабул, йөрөгән юлдарыбыҙ - тура, эшләгән эштәребеҙ - изге, ниәттәребеҙ - яҡшы, юлдаштарыбыҙ - тоғро, тапҡан малдарыбыҙ -бәрәкәтле, донъяларыбыҙ -имен, яҡындарыбыҙ иҫән-һау булһын!”

Рамаҙан – күп изге ғәмәлдәр ҡылырға мөмкинлек тыуҙырған ай. Рамаҙан айы бәрәкәтендә ризыҡтың, аҙыҡ-түлектең тормошобоҙҙа мөһимлеге нығыраҡ аңлашыла. Шулай уҡ был ай күптәргә хәйерле файҙалы бер дарыу, бер доға булып, шул доғаларҙан ауырыуҙарға шифаларын биргәндер.

Рамаҙан айы хәйерле үтте. Киләһе Рамаҙан айҙарын да күрергә яҙһын. Ил-донъяларыбыҙ тыныс, имен, тормоштарыбыҙ мул булһын! Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!

Наилә Имаева.

Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Читайте нас: