Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
21 Апрель 2023, 10:35

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Ҡышлауйылға урта мәктәбе уҡытыусылары Ураҙа байрамын  урындағы мәсеттә ифтар ойоштороп, изге ниәттәр менән  ҡаршы ала.

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Берҙәм, һәр матур, изге башланғысты шунда уҡ күтәреп алып, тормошҡа ашырған Ҡышлауйылға мәктәбе коллективы Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова етәкселегендә кисә ауыл мәсетендә  ифтар мәжлесен ойоштороп үткәрә. Ауыл халҡы ихлас күңелдән ошо мәжлескә килеп, мосолман ҡәрҙәштәре менән бергәләп ауыҙ аса.

Белеүегеҙсә, ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә. Ә Ҡышлауйылға уҡытыусыларының ниәттәре изгеләрҙән: Аллаһ ризалығы өсөн тотҡан ураҙалары ҡабул булып, илебеҙҙә именлек урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр иҫән-һау, иҫән-имен ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, ауыл халҡы артабан да берҙәм булып, сәләмәт, иманлы, айыҡ тормошҡа ынтылып йәшәһен, йәш быуын һау-сәләмәт, аҡыллы, иманлы, тәрбиәле, белемле, илһөйәр булып үҫһен!

Ифтар мәжлесендә Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, урындағы имам-хатип Илшат хәҙрәт Саттаров, күрше Йәнкиҫәк ауылы имамы Радик хәҙрәт Саттаров та, ветеран уҡытыусылар ҙа  ҡатнаша.
Килгән ҡунаҡтарҙы изге Рамаҙан айы менән ауыл хакимиәте башлығы Илфат Хәлфәт улы ҡотлай. Ул сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, уларҙың теләктәшлек һәм берҙәмлектә, ә иң мөһиме – бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүҙәрен билдәләй.

Ҡышлауйылға мәктәбе директоры Земфира Равиль ҡыҙы ла барыһын да Ураҙа байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә. Ифтар мәжлесен ойоштороуҙа ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәт белдерә. Изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмай, әйткәндәй, уҡытыусыларҙың күбеһе ураҙа тота. Физика фәне уҡытыусыһы Зәбирә Рәфҡәт ҡыҙы Закирова иһә ейәне тыуыу уңайынан салдырған нәзер ҡорбанлығы менән мосолман ҡәрҙәштәрен һыйлай. Ифтарға йыйылыусылар мәктәптә ашнаҡсы булып эшләүсе Фридә Зәбированың мухсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улының хәрби бурысын иҫән-һау, иҫән-имен үтәп ҡайтыуын теләй.
Илшат хәҙрәт үҙенең вәғәздәрендә изге айҙа ҡылынған яҡшылыҡ ҡиммәттәренә иғтибар итеп, артабан да дуҫ-татыу йәшәп, изге эштәрҙе ҙур теләк менән күберәк ҡылырға кәңәш итә. Ул бер туған ҡустыһы Радик хәҙрәт  менән моңло итеп Ҡөрьән аяттары уҡып, күңелдәрҙе нурландыра.

Был көндә өҫтәл артында дуҫлыҡ, тыныслыҡ, ризалыҡ һәм изгелек  хаҡында һүҙ бара.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Бар изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Наилә Имаева.

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Читайте нас: