Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
15 Апрель 2023, 12:05

Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе

Зәйнулла Рәсүлевты иҫкә алып, Мишкә районы  Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында фәһемле сара ойошторолдо.

Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында дин әһеле, теолог, башҡорт халҡының рухи остазы Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы фәһемле сара үтте.
Шәйех Зәйнулла Рәсүлев – Рәсәйҙәге мосолман донъяһының тарихы һәм мәҙәниәтендә шаҡтай ҙур эҙ ҡалдырған шәхес. Замандаштары уны Урал–Волга буйы халыҡтарының ғына түгел, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ мосолмандарының да “рухи батшаһы” тип атап йөрөткән. 
Сараның ҡунаҡтары философия фәндәре докторы, профессор Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты, журналист Ләйсән Илдар ҡыҙы Бәхтиева булды.
Сараның беренсе өлөшө мәсеттә үтте. Унда Гүзәлиә Кәримованың балаларға ислам дине буйынса дәрес биреүен Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы “Йома” тапшырыуына төшөрҙө. Бында балалар сүрәләр уҡып күрһәтте.
Артабан Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән музейҙа спикерҙар халыҡ алдында сығыш яһаны. Улар Зәйнулла Рәсүлевтың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
— Бөйөк дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев халҡын әхлаҡҡа, мәғрифәткә таянырға өйрәткән. Ул медицина нигеҙҙәрен ныҡлы үҙләштергән табип та була. Халыҡты үлән шифалары менән, үҙендәге гипноз ҡеүәһе менән дауалау ысулдарын киң ҡулланған. Халыҡ уны ғәҙәти бер ғалим, табип ҡына түгел, әүлиә итеп таныған, уға бөтә күңеле, булмышы менән ышанған, – тине Гүзәл Вилданова.
Халыҡ алдында шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов сығыш яһаны. Улар йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарға халыҡ араһында яҡтыртыу эше алып барғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан сара “Бабич нуры” мәсетендә дауам итте. Бында Ләйсән Бәхтиева намаҙ уҡый башлау тураһында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға нисек намаҙ уҡырға кәрәклеген һөйләп, күрһәтеп, аңлатып, һорауҙарына яуап бирҙе.
— Бөгөн ауылдаштар араһында сығыш яһаусы спикерҙар – улар Зәйнулла Рәсүлевтың эшен дауам итеүселәр. Ваҡыт табып, хөрмәт итеп бәләкәй генә ауылыбыҙға килгән өсөн бик шатбыҙ. Шундай кешеләр менән аралашҡанда күҙҙәр асыла, аҡыл да үҙгәрә. Халыҡ алдында шундай оҫта сығыш яһанығыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сара барыбыҙ өсөн дә бик фәһемле булды, — тине ауыл старостаһы Гүзәлиә Кәримова.
Был осрашыу олуғ яҡташыбыҙ Шәйехзада Бабичтың үлгән көнөнә тап килгәнлектән, уның рухына доға ҡылынды.
Матур сара ифтар менән тамамланды. Изге айҙа изге уйҙар менән йөрөүсе, Зәйнулла Рәсүлевтың юлын дауам итеп, халыҡ араһында яҡтыртыу эше алып барыусы, иманға әйҙәүсе Гүзәл Вилданова менән Ләйсән Бәхтиеваға, ойоштороусы Гүзәлиә Кәримоваға һәм Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡына ҙур рәхмәт.

Лилиә Хәсәнова.

Мишкә районы.

Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Читайте нас: