Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
11 Апрель 2023, 18:00

Ҡәҙер кисе

 Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисе мең айҙан да яҡшыраҡ. Тимәк, был төндә башҡарған эштәр, уҡылған доғалар, Ҡөрьән уҡыу, Хоҙайҙы иҫкә төшөрөү меңләтә яҡшы.

Ҡәҙер кисе
Ҡәҙер кисе

Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Хәҙистәрҙә: “Ҡәҙер төнөн Рамаҙандың һуңғы ун көнөнөң таҡ һандарында эҙләгеҙ”, - тиелгән. Тимәк, 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы рамаҙанда. Был кис ныҡ яҡты була, ай һәм йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый. Бындай илаһилыҡтан әҙәм балаһы һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә, уыған намаҙҙарынан айырыуса ҙур рәхәтлек ала.

 Был төндә фәрештәләр ергә төшөп, фарыз ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәгән – намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам күрһәткән иманлыларға доға ҡыла.  Фәрештәләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөй тиҙәр. Изге мәлде ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыла. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшә.

Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бығауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.

 Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.

Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.

Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.

Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораған: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” — тиеп. Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”

 

Автор:Розалия Искужина
Автор:
Читайте нас: