Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
22 Март 2023, 10:21

Бөгөн, 22 мартта, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ.

23 мартта иртәнге 5 сәғәт 08 минутҡа тиклем сәхәр ашауҙы тамамларға кәрәк.

Бөгөн, 22 мартта, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ.
Бөгөн, 22 мартта, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ.

Таң беленә башлағандан алып ҡояш байығансы дауам иткән ураҙаны боҙған нәмәләрҙән тыйылыу ҡағиҙәләре бар. Шулай уҡ мөстәхәб (кәңәш ителгән, хупланған) шарттар була. Ошо хаҡта белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөп китәйек.

 

  1. Сәхәрҙе иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем ашау кәңәш ителә. Йәғни ризыҡ­ланыуҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. Пәйғәмбә­ребеҙ: “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйын­ты­ғынан). Тағы ла бер аҡыл: “Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙы­ғы – финик емеше” (Әбү Дауыт­тың хәҙистәр йыйынтығынан).
  2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыу­ҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ошо осраҡта бәрәкәт килерен белдергән (был хаҡта әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығында әйтелә).
  3. “Пәйғәмбәр аҡшам намаҙы алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылыр ине. Улар бул­маһа – кипкән финик емеш­тәре менән, улары ла юҡ икән – бер нисә йотом һыу менән” (әт-Тирмиҙиның хәҙистәр йыйынты­ғынан).
  4. Ураҙа тотҡан кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулланыу, алдашыу кеүек барлыҡ килеш­мәгән эштәрҙән йыраҡ булырға тейеш, юғиһә уға ғәмәле өсөн сауап яҙылмаясаҡ. Пәйғәмбә­ребеҙ: “Кем дә кем ялған һөйләп, шуның буйынса эш итеүҙән туҡтамай, Аллаһҡа уның ашап-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк тү­гел!” – тигән (әл-Бохариҙың хәҙис­тәр йыйынтығынан). Рамаҙан айында насарлыҡ килтергән барлыҡ эштәрҙән ары торорға кәрәк. Мәҫәлән, телевизорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә, тәрбиәгә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ сараларҙа ҡатнашыу, буштан-бушҡа урам ҡыҙырып йөрөү, ҡыл ҡыбырлатмайынса көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар. Ғәҙәттә, төнгө намаҙ­ҙар, ғибәҙәттәр айы бәғзеләр өсөн көндөҙгө йоҡо осорона әйләнә (йәнәһе, йоҡлаһаң, ашау тураһында уйламайһың). Шул сәбәпле улар йә йома мәсеткә бармай ятып ҡала, йә көндөҙгө намаҙҙарҙы бөтөнләй уҡымай.
  5. Берәүгә лә үҙегеҙҙе ҡотор­торға, көйҙө­рөргә мөмкинлек бирмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ: “Кемдер уға һөжүм итһә йә мыҫҡыл­лап маташһа, ул “Мин ураҙала!” тип әйтһен”, – тигән (әл-Бохари­ҙың хәҙистәр йыйынты­ғынан). Бының асылы: үҙеңә лә, дошма­ныңа ла изге ай тураһында иҫләтеү йәки иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙеңде ҡулда тота белеү, тыныс булыу – һәр кеше өсөн ифрат мөһим, күркәм сифат.
  6. Сәхәрҙә һәм ифтарҙа күп ашауҙан һаҡланығыҙ. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яма­ныраҡ һауыт тултырмай”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (әт-Тирмиҙиның хәҙистәр йыйынтығынан). Аҡыл­лы кеше йәшәү өсөн ашай, ә кире­һенсә түгел. Әммә бәғзеләр Ра­маҙан айында аҙыҡ бешереү йәһәтенән бөтөн сиктәрҙе уҙҙы­рып ебәрә, хатта был эшкә сәнғәт төрө кеүек ҡарай башлай. Тотош көнөн ризыҡ әҙерләүгә бағышлап, ҡайһы бер хужабикә­ләрҙең Аллаһ Тәғәләне иҫкә алырға ла ваҡыты ҡалмай. Был Рамаҙанда бүтән айҙарға ҡарағанда аҙыҡҡа аҡсаны күберәк сарыф итеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары көсәйеүе, һимереүгә юл асылыуы ихтимал. Ифтар мәлендә ныҡ күп ашап, саманан тыш шыйыҡлыҡ эскәндәр тәрәүих намаҙын шул тиклем ауыр үткәрә, хатта тәүге ике рәҡәғәттән һуң уны артабан дауам итә алмай.
  7. Йомарт булығыҙ: бүтәндәргә белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙ йә физик көсөгөҙ аша башҡа­ларға ла мөмкин булғанса файҙа килтерегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Ибн Ғәббәстән шундай хәҙис риүәйәт ителә: “Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты ине, ә Рамаҙан айында ул айырыуса йомарт булды...” (әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙис йыйынтыҡтарынан).
  8. Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – ожмахҡа лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүлмәләрҙе ярлыны ашат­ҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙер­ләгән”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығы­нан).

Аллаһ рәсүле шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылыр­лыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, – тигән (әт-Тирмиҙиның хәҙистәр йыйынты­ғынан). Хаҡ сәләфтәребеҙҙең күбеһе ярлыларҙы ашатыуға, кешеләрҙе ифтарға саҡырыуға ҙур иғтибар биргән.

 

(“Ураҙаға ҡағылышлы  70 төп ҡағиҙә” китабынан).

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Сығанаҡ:  Башҡортостан

Бөгөн, 22 мартта, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ.
Бөгөн, 22 мартта, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ.
Автор:
Читайте нас: