Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
4 Февраль 2023, 08:00

Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

"Яңы тормош" мәсетендә осрашыу үтте.

Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Балтас районыТүбән Ҡарыш ауыл  биләмәһендә йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән "Яңы тормош" мәсетендә осрашыу үтте. Осрашыуҙа Иҫке Балтас ауылы мәсетенең имам-хатибы, Мосолмандар Үҙәк диниә назаратының имам-хатибы Филүс Нәҡип улы Камалетдинов, ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Әхнәф улы Шәймөхәмәтов, Балтас районы хакимиәте вәкиле Ришат Нурихан улы Хижәпов, «Яңы тормош» мәсетенең имам-хатибы Ғәйнулла хәҙрәт, Насар ауылынан «Сәймә» мәҙрәсәһе советы рәйесе Рәфхәт Әүхәтов, Көмьяҙы ауылынан имам-хатиб Олег Карамов, Батырша мәсете ҡарамағындағы мәҙрәсә мөғәллиме Филза Шәйхйәҙәрова, хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре һәм битараф булмаған ауыл халҡы ҡатнашты.

Сараға килеүселәрҙең һәммәһенең дә теләге бер булды:ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары. "Ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын!  Ойоштороусыларға, барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Киләсәк тыныс булһын, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ!" тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ата-әсәләр исеменән Ғибәҙуллина Рәйсә Ғасим ҡыҙы һәм Хужиева Флүзә Барый ҡыҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Читайте нас: