Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
16 Октябрь 2022, 16:50

Асҡында Мәүлит байрамы үтте

Тулыраҡ:

Асҡында Мәүлит байрамы үтте
Асҡында Мәүлит байрамы үтте

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана –Мәүлит байрамы үткәрелә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Ошо уңайҙан үҙәк район мәсетендә райондың имам-мөхтәсибе Рөстәм Ғәйзуллин етәкселегендә  Мәүлит байрамы үтте.

Сараға Рәсәй Ислам университеты уҡытыусыһы Тулҡын хәҙрәт Кәримбирҙиев килде. Ул барыһын да байрам менән тәбрикләп, изге Мәүлит байрамының мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп, вәғәз һөйләне.

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн, барлыҡ ир-егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһын тип, айырым доғалар бағышланды.

Салауаттар, мөнәжәттәр әйтеп, вәғәздәр тыңлап, Мәүлит байрамы бик йәмле үтте.

 

Асҡында Мәүлит байрамы үтте
Асҡында Мәүлит байрамы үтте
Асҡында Мәүлит байрамы үтте
Асҡында Мәүлит байрамы үтте
Читайте нас: