Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
14 Октябрь 2022, 11:51

Мәүлит байрамы уңайынан

Мәүлит айы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған айы. Был айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжере мәртәбәлерәк,  ә байрам үткәргән һәр йортҡа,  һәр кешегә ҙур сауап була тип иҫәпләнә.

Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан

Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында мосолмандар өсөн изге байрам - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған Мәүлит ән-Нәби үтте.

Мәүлит байрамы «Ансар» мәсетенең  имамы Фәнәүи хәҙрәт Ғәббәсов башҡарыуында Ҡөръән уҡыуҙан һәм доға ҡылыуҙан башланды. Килгән ҡунаҡтар араһында Иҫке Балтас ауылы «Үҙәк» мәсетенең  имамы Филүс хәҙрәт Камалетдинов та бар ине. Филүс хәҙрәт Ҡөрьәндән аят уҡыны. Шулай уҡ Рәдиф хәҙрәт Зиятдинов, Тәфкил хәҙрәт Сәхипов сығыш яһаны. Һәм, әлбиттә, барыһы ла Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә  бағышланған салауаттар һәм мөнәжәттәр  әйтте.

Сара аҙағында сәй эсеү ойошторолдо.

Гөлназ Ғәлләмова.

Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан
Мәүлит байрамы уңайынан
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: