Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
2 Октябрь 2022, 20:40

Тыныслыҡ һәм именлек өсөн

Тыуған илебеҙҙе һаҡларға киткән ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә фәһемле сара үткәрелде.

Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә Халыҡ-ара ололар байрамы айҡанлы, ил именлеге өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләп, ҡорбан ашы үткәрелде. 

- Әүҙем ағинәйҙәр мул табын әҙерләп, иман йортона килгән һәр кемде ихлас күңелдән тәбрикләне. Сараға район ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинова ла килгәйне. Ул да байрам уңайынан изге теләктәрен еткерҙе. Ауылыбыҙ муллаһы аяттар уҡығас, бергәләп мәүлит әйттек. Артабан вәғәздәр һөйләнде, мөнәжәттәр һәм сала­уаттар әйтелде.

Әлйәгеш ауылынан Асия апай һәм минең балалар салдырған ҡорбан итенән былау һәм бәлеш бешерҙек. Ағинәйҙәр ҙә һәр береһе тәмле ризыҡтар бешереп алып килгәйне. Шулай бергәләп ҡорбанлыҡтан ауыҙ итеп, сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Артабан илебеҙ тыныслығы һәм һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, доғалар ҡылдыҡ.

Ошо мәсетте һалдырыусы Нурулла ағай Сафиндың улы Булат Сафин беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, сарала ҡатнашыусы барлыҡ оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Шундай фәһемле сара үткәргәнебеҙ өсөн дә рәхмәт белдерҙе, - тип хәбәр итте ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова.

Берҙәм Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡының теләге бер: тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Наилә Имаева.

 

 

 

 

Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Тыныслыҡ һәм именлек өсөн
Читайте нас: