Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
25 Июнь 2022, 10:10

Хаж ҡылырға барһағыҙ...

Быйыл 7 июлдән 12 июлгә тиклем мосолмандар Сауд Ғәрәпстаны Короллегендә хаж ҡыласаҡ. Сауд Ғәрәпстаны Короллеге талабы сайбуйынса, хаж ҡылыусылар ниндәй шарттарҙы үтәргә тейешлеген сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:    

Хаж ҡылырға барһағыҙ...
Хаж ҡылырға барһағыҙ...

Сауд Ғәрәпстаны Короллеге талабы буйынса, хаж ҡылыусыларҙың менингитҡа, ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында халыҡ-ара сертификаттары, шулай уҡ ковидҡа кире һөҙөмтә менән тест хаҡында белешмәһе (күп тигәндә 48 сәғәт элек эшләнгән) һәм медицина страховкаһы булырға тейеш.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы сәфәр сығыр алдынан үҙегеҙ барырға йыйынған илдәге эпидемиологик хәл хаҡында Роспотребнадзор сайтында танышырға һәм кәрәкле прививкаларҙы яһарға кәңәш итә. Йоғошло һәм паразитар ауырыуҙарҙы эләктермәҫ өсөн, һаҡлыҡ сараларын күреү мөһим:

–сифатлы булыуына ышанған ризыҡты ғына ашағыҙ;

–хәүефһеҙ икәнлеге билдәле – фабрикала һауыттарға ҡойолған һыу һәм эсемлектәрҙе генә эсергә мөмкин. Йәки һыуҙың ҡайнатылған булыуы мотлаҡ;

–ит, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары термик эшкәртелергә тейеш;

–урындағы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары хеҙмәттәренән файҙаланмау һәм таныш булмаған ризыҡтарҙы тәмләмәү, баҙарҙа аҙыҡ һатып алмау, урындағы халыҡ әҙерләгән тәғәмдәр менән һыйланмау хәйерле;

–кәрәк осраҡтарҙа махсуслаштырылған магазиндарҙа фабрика төргәгендәге ризыҡтарҙы ғына алығыҙ;

–йәшелсә һәм емештәрҙе хәүефһеҙ һыу менән йыуып, ҡайнар һыу менән сайҡатыу зарур;

–аш алдынан һәр ваҡыт ҡулды һабын менән ентекләп йыуырға кәрәк;

–һыу ятҡылыҡтарында һәм бассейнда йөҙгәндә ауыҙығыҙға һыу эләкмәһен;

–бөжәктәр тешләүенән һаҡланыу өсөн, уларҙы ҡурҡытыусы, юҡ итеүсе саралар ҡулланығыҙ;

–әгәр ҡайтҡас, йоғошло сир билдәләре күренһә, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм уға ниндәй илдә булыуығыҙҙы әйтегеҙ.

Автор:Альмира Кирәева
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-06-02/hazh-ylyr-a-bar-a-y-2826687
Автор:
Читайте нас: