Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
19 Июнь 2022, 10:05

Хөрәфәттәрҙән һаҡ булығыҙ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замандаштарыбыҙ араһында төрлө хөрәфәттәргә, күрәҙәселәргә, бетеүҙәргә ышаныу киң таралған. Күптәр быға ғәҙәти хәл генә түгел, хатта ата-бабаларҙан ҡалғшаныу, бетеүҙең бәлә-ҡазанан һаҡлауына өмөтләнеү дин тәғлимәттәренә бөтөнләй ҡаршы килә. Бындай яңылыш ҡараштың кешене хаҡ динебеҙҙән айырыуы ихтимал.  

Хөрәфәттәрҙән һаҡ булығыҙ!
Хөрәфәттәрҙән һаҡ булығыҙ!

Киләсәктә беҙҙе ниндәй хәл-ваҡиғалар көткәнен бары Аллаһ Тәғәлан, быуындан-быуынға күсә килгән ғөрөф-ғәҙәт тип ҡарай, диндең бер өлөшө тип ҡабул итеүселәр ҙә бар. Ә бит теләһә ниндәй хөрәфәттәргә, күрәҙәсегә ыә белә, төрлө бәлә-ҡазанан Ул ғына һаҡлай, теге йәки был хәл Раббыбыҙҙың ҡушыуынан ғына үҙгәрә. Башҡа ғәмәлдәр бер нисек тә киләсәккә, именлеккә, яҙмышҡа йоғонто яһай алмай.

Киләсәкте йондоҙҙар ҙа, күрә­ҙәселәр ҙә билдәләй алмай. Уларға ышаныу кешене оло гонаһҡа батыра. Киләсәкте әйтеп маташыу­сылар – баш бутаусылар. Әгәр кемдер күрәҙәләрен дин менән бәйләп, алдағыны фаразлай баш­лаһа, унан ары торорға кәрәк. Ул дингә ышыҡлана, аяттар уҡыған булып, халыҡтың башын әйлән­де­рә. Ҡөрьән менән дауалаусы иһә бары Аллаһтың ҡөҙрәтенә ышана, Уға ғына тәүәккәлләй. Ундай кеше һис ҡасан, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, күрәҙәселеккә бармаясаҡ.

Әллә ниндәй бетеү тағып, шул мине төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип йөрөү – ҙур яңылышлыҡ, гонаһлы ғәмәл. Бетеү таҡҡан кеше йөрәге менән шул әйбергә бәй­ләнгән була. Тимәк, ул Аллаһтың ҡөҙрәтенә, Уның ғына бәлә-ҡазанан һаҡлай алыуына ышанып етмәй йә хәҡиҡәтте йөрәге менән тулыһынса ҡабул итеп бөтөрмәй. Аллаһ Тәғәләнең ихтыярынан тыш бер нәмә лә беҙгә зыян да, файҙа ла килтерә алмай. Өй тупһаһына йә ҡапҡа бағанаһына ҡағып ҡуйыл­ған дағаның да, әллә ниндәй “күҙ”ҙәрҙең дә, баланың маңлайына һөртөлгән ҡоромдоң да, төрлө бетеүҙәрҙең дә беҙҙе бәлә-ҡазанан, сихырҙан, күҙегеүҙән һаҡлар көсө юҡ.

Ислам дине өсөн бындай күре­нештәр бөтөнләй ят. Теләһә ниндәй ырымдарға, күрәҙәгә ышанып йө­рөгәнсе, бәлә-ҡазанан яҡлауын һорап, туранан-тура Аллаһ Тәғә­ләгә мөрәжәғәт итһен, Ул ҡушҡан фарыз ғәмәлдәрҙе үтәһен ине замандаштарыбыҙ. Ихлас күңелдән сүрәләр уҡыу, бик булмаһа, тыңлау яуыз бәндәләрҙең төрлө золомонан аралар. Нимәгәлер күҙ тейҙереүҙән ҡурҡһағыҙ, төкөрөнмәгеҙ, ә “Әл-Фәләҡ”, “Ән-Нәс” сүрәләрен уҡығыҙ.

Күп урындарҙа маҡтап-маҡтап һатылған “аҡса гөлдәре”нең дә, “муллыҡ килтергән өй эйәләре”нең дә файҙа килтерерҙәй ҡөҙрәте юҡ. Улар – ни бары әйбер. Бәрәкәтте Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Әгәр ҙә Уның ризалығы булмаһа, өйөңә тиҫтәләгән “байлыҡ гөлө”н, “аҡса өләшкән өй эйәләре”н теҙеп сыҡһаң да, байып китә алмаясаҡһың. Аллаһ Тәғәлә Үҙен гел иҫтә тотоп, Уға мөрәжәғәт итеүселәрҙе ярата. Шуға күрә хәләл юл менән ризыҡ табыу мөмкинлектәрен, байлыҡ-муллыҡ һорап Раббыбыҙға ғына мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр кем был донъяға үҙ ризығы менән тыуа. Һәр мәсьәләлә Үҙенә ышанған­дарҙы, Уға ғына өмөт иткәндәрҙе Аллаһ һис ҡасан ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Ниндәйҙер яҡшы эште башла­ғанһығыҙ икән, кемдер, төрлө ырымдар хаҡында әйтеп, күңе­легеҙгә шик-шөбһә һалған хәлдә лә туҡтап ҡалмағыҙ. Бар эште Аллаһҡа тапшырығыҙ. Бөтә нәмә лә – Раббыбыҙҙың ихтыярында, Ул нисек теләй, шулай буласаҡ.

Ҡара бесәй юлыңды ҡыйһа йәки буш күнәкле кешегә тап булһаң, уңмайһың, тигән ышаныу бар халыҡта. Ябай мәхлүктәр нисек һинең эштәреңдең уңышлылығына булышлыҡ итһен инде? Улар алда буласаҡ ғәмәлдәрҙе нисек үҙгәртеп ебәрһен? Ҡара төҫтәге бесәй йә буш күнәкле берәй кеше юл аша үтеп киткән икән, бара бирһендәр. Шөбһә­ләнеп, башлаған сәфәрең­дән баш тартырға ярамай. Аллаһ теләһә, юлың уңыр, насип итмәһә – юҡ. Тимәк, шулай кәрәк булған. Бында бер кемде лә ғәйепләргә кәрәкмәй. Өйҙән сыҡҡас, нимә­нелер онотҡаныңды иҫкә төшөрөп, кире боролоп инеү ҙә юлыңдың уңмаясағына сәбәп түгел. Төндә кемдәндер аҡса алыуҙың да бер ҡурҡынысын күрмәгеҙ. Шулай уҡ тупһа аша ҡабул итеү аҡсаның, әйберҙең бәрәкәтлелегенә саҡ ҡына ла йоғонто яһамай.

Ғөмүмән, хөрәфәттәрҙән һаҡ булығыҙ. Уларҙың Исламға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Кире­һенсә, ырымға ышанған кеше дин тәғлимәттәренә ҡаршы килә, гонаһ ҡыла. Төрлө имеш-мимешкә ышанып, хөрәфәттәрҙе диндең бер өлөшөндәй ҡабул итеп, яҡшылыҡҡа өндәгән мосолмандарға “Диндә йөрөп, шуны ла белмәйһеңме?” тип мәғәнәһеҙ ғәйеп ташлап, буш менән булғансы, Аллаһ ризалығын эҙләп, хәҡиҡәтте өйрәнеп, тыныс күңел менән йәшәһәгеҙ ине.

 

- Нәркәс АЛСЫНБАЕВА

 

Кәсеп әҙәбе

l Бер төрлө һөнәр һәм кәсепте тулыһынса өйрәнмәйенсә, башҡалары менән шөғөлләнмәгеҙ.

l Кәсебегеҙҙән ҙур файҙа күрә алмаһағыҙ, оялмағыҙ. Тырышып та, килемдең аҙ булыуы түгел, ә ялҡаулыҡ һәм кәсеп итә белмәү – ғәрлек.

l Һайлаған һөнәрегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ, ышаныслы, аҡыллы, көр һәм пак күңелле булығыҙ. Эшегеҙҙе көндән-көн яҡшыртырға тырышығыҙ, халыҡ мәнфәғәтен алға ҡуйығыҙ. Тоғро булығыҙ, ялған һөйләмәгеҙ. Өлгөрә алмайһығыҙ икән, вәғәҙә итмәгеҙ, һүҙ бирһәгеҙ – үтәгеҙ.

l Зарарлы һәм файҙалы юлдарҙы айырырға өйрәнегеҙ, үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла зыян килтермәгеҙ, хыянат итмәгеҙ. Хаҡы арзан тип, кәрәкһеҙ, сифатһыҙ әйберҙәр һатмағыҙ. Табыш нигеҙе – намыҫлылыҡта. Асыҡ йөҙлө булығыҙ. Үлсәгәндә алдашмағыҙ. Шәриғәт бойорғанса ғәмәл ҡылығыҙ: файҙаһы аҙ булһа ла, бәрәкәте арта барыр.

l Кемгәлер хеҙмәт итәһегеҙ икән, бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ. Ғәҙел һүҙле, ихлас ғәмәлле, итәғәтле булығыҙ. Хыянат итмәгеҙ, выжданығыҙға ҡаршы эшләмәгеҙ.

l Әгәр аҡсағыҙ ҡулланыуҙан артып ҡалһа, аҙмы-күпме булһа ла “ҡара көн”гә һаҡлағыҙ. Үҙегеҙҙе ни ҡәҙәр бәхетле тойһағыҙ ҙа, артабан килеүе ихтимал ауырлыҡтар хаҡында онотмағыҙ.

 

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ нәсихәттәренән.

https://bashgazet.ru/articles/iman/2022-06-17/h-r-f-tt-r-n-a-buly-y-2845415

Автор:
Читайте нас: