Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
29 Апрель 2022, 09:25

Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде

Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәдис-шәрифендә: “Кем дә кем ураҙа тотоусыларға ифтар мәжлесе үткәрә, ул ризыҡландырған һәр кешенең ураҙа сауабы ауыҙ астырған кешегә лә яҙыла”, тиелгән.

Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде
Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде

Солтанай ауылының “Сажидинур” мәсетендә ойошторолған ифтар мәжлесенә Ҡубияҙ ауылынан Мөхәмәт хәҙрәт Хәсәнов, Асҡындан Мәсүфә һәм Тимерзаһит Мәхмүтовтар, Данис хәҙрәт Кәлимуллин, Урмияҙҙан район мөслимәләр советы рәйесе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Фидәрит ағай Әбүбәкеровтар килгәйне.  

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, ир-егеттәре, килгән ҡунаҡтар Мөхәмәт хәҙрәттең менән  Данис хәҙрәттең вәғәздәрен тыңланы. Улар аңлайышлы, үтемле  итеп Рамаҙан айы, ураҙа тотоу сауабы тураһында һөйләне.

Аҙан әйтеп, ауыҙ асҡандан һуң, намаҙ уҡынылар. Артабан ауылдың аш-һыуға оҫта, һәр үткәрелгән сараның уртаһында ҡайнаған  ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән бай табын артына ултырып, ифтар ашанылар. Был мәжлесте ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Фәниә Суфиянова, Мәсүфә Мәхмүтова, Рәйсә Сәләхетдинова, Эльмира Сафиуллина, шулай уҡ аш-һыу әҙерләүҙә, мәсетте йыйыштырыуҙа Фәзилә Хәбибуллина, Зөһрә Хәлитова, Сөғдә Гәрәева, Заһидә Фәтхетдинова, Гөлсинә Мирзина, Фидания Шәйхетдинова, Гөлфинә Сәмиғуллина, Зилә Ғилмиярова ҙур тырышлыҡ һалды.

Киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктә таралышты ифтар мәжлесенән килгән ҡунаҡтар һәм солтанайҙар.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде
Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде
Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде
Солтанайҙа ифтар мәжлесе үткәрелде
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: