Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
3 Апрель 2022, 14:30

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!

Тәүге ифтарҙы мәсеттә ҡаршыланылар.

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!


Ҡараяр ауылы халҡы тәүге ифтарҙы мәсеттә ҡаршыланы. Сараны Сафуановтар ғаиләһе атҡарып сыҡты. Изге Рамаҙан айы башланыуы менән диндарҙарҙы Ҡараяр ауылы биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова сәләмләне. Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы ифтар ашына йыйылғандарҙың барыһына ла тотҡан ураҙаларының ҡабул булыуын, һәр кемгә сәләмәтлек, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы теләне, ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙе. Сара бергәләп тауарих намаҙын башҡарыу менән тамамланды. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан Ҡараяр халҡы бар яҡлап та әүҙемлектәрен, берҙәмлектәрен күрһәтә. Изге айҙы ла шулай көр күңел менән үткәрһендәр, Аллаһ үҙе ярҙамын бирер.
#АйыҡАУЫЛ2021
#ТрезвоеСело2021
#Ҡариҙелрайоныбашҡорттарыҡоролтайы
#годдуховногонаследия
#Караяр
#Караидельскийрайон
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Читайте нас: