Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
29 Март 2022, 18:00

Ураҙа айы башлана

Изге Рамаҙан айын ҡаршыларға әҙерләнәләр.    

Ураҙа айы башлана
Ураҙа айы башлана

1 апрель, кис ҡояш байығас, көтөп алынған ай башлана. Ошо кистә бөтөн донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән мәсеттәргә килеп, йәстүҙән һуң беренсе тәрәүих намаҙын уҡый. Был ғибәҙәтте иман йортона күмәкләп йыйылып атҡарыу – ҙур сауаплы ғәмәл, тиелә динебеҙҙә.

Аманатты тотоп, изге Рамаҙанды бергәләп ҡаршыларға һәр ерҙә әҙерлек эштәре бара. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был сауаплы эштә ҡатнашты. Рима Хажиәхмәтова, Фидалия Шәрипйәнова, Райхана Ғәлиәхмәтова, Евгения Евдокимова, Дианара Нәбиева, Вәкилә Ғәлиәскаровалар ауылдағы «Аҡ мәсет»кә килеп, иман йортон йыуҙы, йыйыштырҙы, тәртипкә килтерҙе. Уларҙың был ғәмәленән һуң мәсет эсе тағы ла яҡтырып китте, иман нурҙары бөркөлдө. Изге Рамаҙанды бергәләп ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ!

Гөлнара Солтанова.

Читайте нас: