Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
10 Ғинуар 2022, 07:20

БЫЙЫЛ БИЛДӘЛӘНӘСӘК МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ

Улар тураһында сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ:

БЫЙЫЛ БИЛДӘЛӘНӘСӘК МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ
БЫЙЫЛ БИЛДӘЛӘНӘСӘК МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ

РӘҒӘИБ КИСЕ. Быйыл 3-нән 4 февралгә ҡарай кистә билдәләнә. Мәғлүм ки, ул пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһенең никахлашҡан көн. Рәғәиб кисендә Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорап доға ҡылырға, теләктәр әйтергә кәрәк. Хаҡ мосолмандар уны нәфел намаҙҙары уҡып үткәрә.

✔МИҒРАЖ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күктең бар ҡаттарын үтеп, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына күтәрелгән төнө. Ул быйыл 27-һенән 28 февралгә ҡарай кистә, ҡояш байығас инә.

✔БӘРӘАТ КИСЕ. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙи­сендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларының бар теләктәрен үтәр. Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Бәрәат кисе быйыл 17 март ҡояш байығас инә.

✔РАМАҘАН. Мосолман халҡының иң бөйөк, ураҙа тотоп, һәр яҡлап ҙур һынау үтеп уҙғарған изге айы. Ул быйыл 2 апрелдә башлана.

✔ҠӘҘЕР КИСЕ. "Был кистә фәрештәләр ергә төшөп, фарыз ғәмәл-ғибәҙәт­тәрҙе үтәгән – намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән иманлыларға доға ҡыла. Изге мәлде ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыла. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшә", - тиелә динебеҙҙә. Ҡәҙер кисе быйыл 27 апрель ҡояш байығас инә.

✔УРАҘА БАЙРАМЫ. Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан үткәрелгән оло ғәйет. Ул быйыл 2 майға тура килә.

✔ҒӘРӘФӘ КӨНӨ. Зөлхизә айының 9-сы - иртәгәһенә Ҡорбан байрамы ҡаршыланасаҡ изге көн. Унда хаж ғәмәле үтәлә. Мосолмандар таҙарынып, пакланып, оло ғәйеткә әҙерләнә. Был көн быйыл 8 июлгә тура килә.

✔ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ. Мосолмандарҙың иң бөйөк байрамы быйыл 9 июлдә башлана. Ул өс көн дауам итә.

✔ҒӘШҮРӘ КӨНӨ. Ул быйыл 8 август билдәләнә. Мөхәррәм айының был унынсы көнөндә ураҙа тотһаң, бер йыллыҡ гонаһтарың юйылыр, тиелә дини китаптарҙа. Был көндән алда һәм унан һуң да ураҙа тотоу хәйерле һанала.

Байрамдарыбыҙ мөбәрәк, тормошобоҙ имен булһын!

(Д. Ишморатова әҙерләне).

БЫЙЫЛ БИЛДӘЛӘНӘСӘК МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ
БЫЙЫЛ БИЛДӘЛӘНӘСӘК МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ
Читайте нас: