Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
26 Ноябрь 2021, 20:00

Иман йортона – 10 йыл

«Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Табаҫҡытамаҡ ауылында   иман йортон төҙөтөүсе Нәҡип Мәлик улы Хәйруллин иҫтәлегенә һәм мәсеттең 10 йыллығына арналған сара үтте.

Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл

Сараны Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусылары Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы Ғилфанова менән Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина алып бара.

Бынан 40 көн элек тажзәхмәт сиренән вафат булған Нәҡип Мәлик улын табаҫҡытамаҡтар тик яҡшы һүҙҙәр һәм бар йөрәктән әйтелгән рәхмәт менән иҫкә ала.

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Нәҡип Мәлик улы ауылдаштары өсөн күп изге эштәр башҡара. Шуларҙың береһе - ауылға иман нуры таратыусы мәсет төҙөтә.Тәүге аҙан әйтелеүгә лә 10 йыл тулған.

Табаҫҡы ауыл биләмәһе башлығы Альбина Әлфир ҡыҙы Фәйзерахманова, ветерандар советы рәйесе Фәнис Фәметдин улы Фәметдинов, урындағы эшҡыуар Сәдәт Мәннәф улы Закиров Нәҡип Мәлик улы Хәйруллинды изге эштәре менән иҫкә алды. Нәҡип ағайҙың тормош иптәше Рәфисә Исхаҡ ҡыҙы Хәйруллина ирен шулай йылы иҫкә алып, сара ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерә.

Наилә Имаева.

 

Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл
Иман йортона – 10 йыл
Читайте нас: