Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
8 Ноябрь 2021, 16:10

Изге эш башҡарҙылар

Бөгөн Солтанай ауылының уңған ир-егеттәре “Сажидинур” мәсетенә утынлыҡ эшләп ҡуйҙы

Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар

Солтанай ауылына йәм, нур таратып ултырған “Сажидинур” мәсете асылыуға биш йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ололар ҙа, йәштәр ҙә әкренләп дингә тартыла, ауылда иман йорто булыуға һөйөнә. Улар бының өсөн мәрхүмә Өммөгөлсөм апай һәм Данис ағай Кәлимуллиндарға рәхмәтле. Нәҡ улар тырышлығы менән мәктәптең иҫке ашханаһының һәм оҫтаханаһының эсе лә, тышы ла ремонтланып, кәрәкле йыһаздар хәстәрләнеп, мәсет барлыҡҡа килгәйне.

Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, Венер  хәҙрәт Әбдрәхимов тырышлығы менән мәсет һәр ваҡыт ҡараулы, эсендә йылы һәм таҙа. Дини саралар ҙа үтеп тора.  Мәсетте төҙөкләндереү буйынса ойошторолған өмәләрҙә ир-егеттәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Бына бөгөн дә утынлыҡ төҙөү өмәһенә иң уңғандар килде.

  • Ҡышҡылыҡҡа утын етерлек әҙерләнде. Тик уның асыҡ һауала тороуы , ямғырҙа ла, ҡарҙа ла ҡалыуы күңелде ҡыра ине. Ағалы-энеле Илнур, Илвир, Илмир Сәмиғуллиндарға, Радик Әхмәтшинға, Ринат Хәлитовҡа рәхмәтлемен. Ошо ҙур эште башҡарып алырға ине тигәс, бер һүҙһеҙ килделәр, булыштылар, — ти Венер хәҙрәт.

Илһөйәр Махатова.

Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: