Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
30 Октябрь 2021, 19:00

Иман нуры таратып...

Бөгөн Балтас районы Иҫке Тимкә ауылында «Нур» мәсете асылды.

Иман  нуры  таратып...
Иман нуры таратып...

 

Бина бер йыл эсендә тулыһынса ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән тимкәләр көсө менән төҙөлдө.

Мәсет асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев һәм Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Улар мәсет төҙөлөшөнә ҙур көс һалған шәхестәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Юғары мөфтөй йыйылған халыҡ алдында тәрән эстәлекле вәғәз менән сығыш яһаны. Зөфәр Насертдинов,

Ралис Валдиев, Рәдис Зыятдинов ғаиләләре ҡорбанлыҡтар әҙерләп, халыҡҡа ашатты. Тәлғәт Тажетдин шулай уҡ Усман, Иҫке Уразай мәсеттәрендә, Батырша музейында булды.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Иман  нуры  таратып...
Иман  нуры  таратып...
Иман  нуры  таратып...
Иман нуры таратып...
Читайте нас: