Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
1 Февраль 2021, 14:25

“Сажидинур” мәсетендә сауаплы ғәмәл үтте

Солтанайҙар күптән түгел мәрхүм булған хөрмәтле дин әһелдәре — хажиә, абыҫтай, мөғәллимә Өммөгөлсөм апай Кәлимуллина һәм Илшат хәҙрәт Әбдрәхимовты хөрмәтләп иҫкә алды.

Өммөгөлсөм апай Кәлимуллина һәм Илшат хәҙрәт Әбдрәхимов солтанай ауылы халҡын иманға өндәүҙә, күңелдәренә шәфҡәт-изгелек орлоҡтары таратыуҙа, балаларға ла, ололарға ла дини белем биреүҙә ҙур эш башҡарҙы. Солтанайҙар ауылда мәсет булыуына ла Өммөгөлсөм һәм Данис Кәлимуллиндарға рәхмәтле. Бынан бер нисә йыл элек улар башланғысы һәм тырышлығы менән мәктәптең иҫке ашханаһының һәм оҫтаханаһының эсе лә, тышы ла ремонтланып, кәрәкле йыһаздар урынлаштырылып, мәсет барлыҡҡа килгәйне.
Мәрхүмдәрҙең 40 көнөнә арнап, Данис ағай Кәлимуллин, Венер Әбдрәхимов Ҡөрьән аяттары уҡыны, ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы Фәниә апай Суфиянова уларҙы хөрмәтләп, юҡһынып, яҡшы һүҙ менән иҫкә алды. Әйткәндәй, был изге эш Фәниә Әҙһәр ҡыҙы инициативаһы менән ойошторолдо.
Барыһы ла ил-көнгә тыныслыҡ, имен тормош, хәйерле көндәр теләп, доға ҡылғандан һуң, Эльза Йосопова бешереп алып килгән тәмле былауҙан ауыҙ итеп, килтерелгән күстәнәстәр менән сәй эстеләр. Ауылдың уңған хужабикәләре - Фәзилә Хәбибуллина, Заһиҙә Фәтхетдинова, Рәйсә Сәләхетдинова, Эльмира Сафиуллина, Сөғдә Гәрәева, Земфира Хәлитова, Ралия Әхмәтшина, Гөлсинә Мирзина тырышлығы менән бай табын әҙерләнгәйне.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.
Читайте нас: