Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
24 Ноябрь 2020, 12:05

Иман йорто тағы ла матурланып китте

Быйыл Солтанай ауылы халҡы үҙ тырышлығы менән зыярат һәм мәсет кәртәләрен яңыртты.

Ауылды йәмләп, нурлап ултырған “Сажидинур” мәсете биләмәһен дә кәртәләп алыу теләге менән күптәндән яна ине солтанайҙар. Халыҡтан йыйылған аҡсаларҙы файҙаланып, мәсеттең алғы яғын профнастил, артҡы яғын сетка менән уратып алдылар. Бынан һуң иман йорто тағы ла матурланып, биләмәһе төҙөкләнеп киттте. Был изге эштә лә зыярат кәртәһен яңыртыуҙа ҡатнашҡан ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ихлас булышты. Хәҙер мәсеткә килгән һәр кеше ауыл уңғандарына рәхмәт уҡып доға ҡыла.
Солтанайҙарҙың зыярат кәртәһен яңыртыу, мәсет биләмәһен кәртәләп алыу кеүек сауаплы, ҙур эштәрҙе Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡарыуы оло әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: