Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
24 Ноябрь 2020, 11:55

Берҙәмлектә — көс

Һәр кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе һәм яҡыны — тыуған яғы, тыуған ауылы. Йәшәгән урыныбыҙҙың матурлығы, таҙалығы, төҙөклөгө беҙҙең ҡулда. Ул халыҡтың уңғанлығына, әүҙемлегенә бәйле. Быйыл солтанайҙар үҙ тырышлыҡтары менән зыяраттың ҡоймаһын яңыртты һәм мәсет биләмәһен кәртәләне.

Халҡыбыҙҙа элек-электән “Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, тигән мәҡәл йәшәп килә. Зыярат изге ер булып һаналып, борон-борондан уны ҡәҙерләп, тәрбиәләп торғандар. Солтанай ауылы халҡы күптәндән ошо изге урынды төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәклеген белеп, борсолоп йәшәне, ләкин бер нисек тә яйы сыҡмай торҙо.
Уҙған йылдың декабрендә зыяраттың кәртәһен алмаштырырға һәм уның эсен таҙартырға тигән тәҡдим менән ауыл йыйынында хаҡлы ялдағы элекке фельдшер, ауыл ағинәйе Фәниә апай Суфиянова сығыш яһай. Уның тәҡдимен халыҡ дәррәү күтәреп ала. Шунда уҡ инициатив төркөм һайлап, аҡса йыйыу эшен башлап ебәрәләр. Хәленән килгәнсә һәр кем аҡсалата булыша. Шулай уҡ сығыштары менән Солтанайҙан булып, төрлө ерҙәрҙә йәшәгән яҡташтарҙың да, үҙ теләктәре менән аҡса биреүселәрҙең дә ярҙамы ҙур була. Шулай берҙәм тырышлыҡ менән был сауаплы эште май айында башлап ебәрәләр. Фларис Шәйнуров, Дамил Исламшин үҙ техникалары менән зыярат эсендәге сүп-сарҙы, киҫелгән ағастарҙы сығара. Таҙартыу, буятыу һәм кәртәләү өмәләрендә халыҡ әүҙем ҡатнаша. Район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә, ауылдағылар ҙа өмәнән ситтә ҡалмай. Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
Эште тамамларға аҡса етмәгәс, инициатив төркөм ағзалары: Фәниә Суфиянова һәм Эльмира Сафиуллина, район хакимиәтенә ярҙам һорап хат менән мөрәжәғәт итә. Бәхеткә, үтенестәрен кире ҡаҡмайҙар. Ауыл халҡы тормошон хәстәрләгән “Беҙҙең ауыл” проекты буйынса аҡса бүленә. Шулай итеп, зыяраттың кәртәһен профнастил менән яңыртып, янындағы хужалыҡ өйөн дә яңыны төҙөп ҡуялар. Солтанайҙар был эштәрҙе башҡарыуҙағы ҙур ярҙам һәм хәстәрлек өсөн район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинға, район хакимиәтенең финанс бүлеге начальнигы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллинаға, ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминевҡа ҙур рәхмәттәрен еткерә.
Инициатив төркөм ағзалары Фәния Әзһар ҡыҙы һәм Эльмира Мәүлимйән ҡыҙы ла ошо сауаплы, яуаплы эштәрҙең башынан аҙағына тиклем ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ һалды. Солтанай ауылы халҡы инициативалы, тыуған ауылы өсөн янып йәшәгән гүзәл заттарға ҙур рәхмәттәрен еткерә.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: