Бөтә яңылыҡтар

Матур бер нәсихәт

Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн:"Һин нисек шул ҡәҙəр тыныс, сабыр була алаһың?"- тип һорағандар.Ул яуабында:

Беренсе сиратта үҙемə, унан ҡала һеҙ ҡәҙерле дуҫтарыма, туғандарыма матур бер НӘСИХӘТ булһын был:

Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн:
"Һин нисек шул ҡәҙəр тыныс, сабыр була алаһың?"- тип һорағандар.
Ул яуабында:
- Бик күп уҡып, тормош тəжрибəм менəн һынағандан һуң тормошомдо ошо биш нигеҙ бағана өҫтөнə ултырттым:

1) Миңә яҙған ризыҡ миңә буласаҡ. Шуны аңланым həм тынысландым.

2) Аллаһының мине həр ваҡыт күреп - күҙəтеп тороуын аңланым həм тыйнаҡландым.

3) Мин эшләй белгəн həм эшлəргə тейеш булған эште башҡа бер кемдең дə эшлəмəйәсəген аңланым həм ең һыҙғанып эшкə тотондом.

4) Йәшəүҙең ахыры үлем икəнлеген аңланым həм шуға əҙерлəнə башланым.

5) Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та оҙаҡ йәшәгəнен аңланым. Шуға күрə яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым, - тигəн.
https://vk.com/club31896714?w=wall-31896714_23048%2Fall
Читайте нас: