Бөтә яңылыҡтар

МЕҢ АЙҘАН ДА ХӘЙЕРЛЕ ТӨН

Ҡәҙер төнө рамаҙандың һуңғы ун көнлөгөндә йәшеренгән. Эйе, нәҡ «йәшеренгән» тибеҙ, сөнки уның ҡайһы төнгә тура килеүе билдәле түгел.

Шулай итеп, Ҡәҙер төнө рамаҙандың һуңғы ун көнлөгөндә йәшеренгән. Эйе, нәҡ «йәшеренгән» тибеҙ, сөнки уның ҡайһы төнгә тура килеүе билдәле түгел. Хәҙистәрҙә лә «Уны (йәғни Ҡәҙер төнөн) рамаҙандың һуңғы ун көнлөгөндә эҙләгеҙ», тиелә. Ә бер хәҙистә «Һуңғы ун көнлөктөң таҡ көндәрендә», тигән өҫтәмә лә килтерелә. Тимәк, күптәр һымаҡ Ҡәҙер төнөн йыл һайын билдәле бер көндә генә көтөү Сөннәткә ҡаршы килә.

Ә инде Аллаһ Тәғәләнең был Төндө билдәле бер көнгә бәйләмәүе юҡҡа ғына түгел. Мәҫәлән, Ҡәҙер төнөн эҙләгәндә кемдең кем икәне күренә: ихласлыҡ менән был Төндө эҙләгән кешегә Ҡәҙер төнөн тап итер өсөн ун төн буйына ғибәҙәт ҡылыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа, ғибәҙәт ҡылыуҙа ялҡауыраҡ кеше иһә бер Төн өсөн генә ун төндө ғибәҙәттә үткәрергә йыбанасаҡ.

Ә был Төн нимәһе менән әһәмиәтле һуң? Нимәгә уны бөтә мосолмандар ҙа түҙемһеҙләнеп көтә?

Беренсенән, Аллаһ был Төндә бөтә кешелек өсөн хаҡ ҡулланма булған һәм был донъяла ла, Ахирәттә лә бәхеткә ирештергән Ҡөрьән-Кәримде индергән.

Икенсенән, Аллаһтың «Ҡәҙер төнөнөң ни икәнен һиңә ҡайҙан белергә?» тигән һүҙҙәре был төндөң бөйөклөгөнә ишара.

Өсөнсөнән, был Төн мең айҙан да хәйерлерәк.

Дүртенсенән, был Төндә изгелек, бәрәкәт һәм рәхмәт менән фәрештәләр төшә.

Бишенсенән, был Төн язаларҙан һәм ғазаптарҙан имен.

Алтынсынан, Аллаһ был Төн хаҡында Ҡиәмәт көнөнә тиклем уҡыласаҡ тотош бер сүрәне назил ҡылған. Нәҡ ошо сүрәлә Ҡәҙер төнөнөң үрҙә һаналып киткән фазыләттәре телгә алына.

Бынан тыш, бер хәҙистә риүәйәт ителеүенсә, «Кем был Төндө әжер-сауаптарға өмөт менән ғибәҙәттә үткәрә, шуның әүәлге яҙыҡ эштәре ярлыҡаныр»
https://vk.com/bashkizi?w=wall-37933420_17737
Читайте нас: