Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
3 Апрель 2020, 17:37

“Һорағыҙ – барыһын да үтәйем”

Рамаҙанға әҙерләнеү мәлендәбеҙ. Ислам­да­ғы изге кистәрҙе лә үткәрәбеҙ быйылғы апрелдә.

7 апрель – Бәрәат кисе. Ул ҡояш байығас инә.

Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә.
“Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар. “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай кистә әҙәм бала­ларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, “аҡланыу”, “ҡотолоу” тигән мәғәнәне бирә.

Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғанда­рыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммәбеҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.

Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғәләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһ­тарын ярлыҡауын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы.

Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гелән хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ.

Фото: ru.sputniknews.kz
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне
Читайте нас: