Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
23 Март 2020, 17:10

“Сажидинур” мәсете ауылға иман нуры тарата

Солтанай ауылы мәсете ауылға иман килтереп, ҡот өҫтәп, халыҡ күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә

Мәсет — кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рух һәм иман үҙәге ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр, тип әйтелгән ти хәҙистә.
Солтанайҙар ҙа ауылда мәсет булғанына шөкөр итеп йәшәй. Улар бының өсөн Асҡында йәшәүсе дин әһелдәре Өммөгөлсөм һәм Данис Кәлимуллиндарға рәхмәтле. Бынан бер нисә йыл элек Кәлимуллиндар башланғысы һәм тырышлығы менән мәктәптең иҫке ашханаһының һәм оҫтаханаһының эсе лә, тышы ла ремонтланды, кәрәкле йыһаздар урынлаштырылды. Шулай мәсет барлыҡҡа килеп, хәҙер ул ауылды йәмләп, иман нуры тарата.
Бирелә мәсетте яғып, ҡарап, күҙ-ҡолаҡ булыуҙа Венер Әбдрәхимовтың өлөшө ҙур. Ошо көндәрҙә уны имам-хатип итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Ул һәр көн иман йортонда аҙан әйтә, халыҡ мәсеткә бик теләп йөрөй. Өммөгөлсөм апай Кәлимуллина аҙнаһына ике ҡабат Асҡындан килеп ҡатын-ҡыҙҙарға, уҡыусы ҡыҙҙарға, ә Илшат хәҙрәт Әбдрәхимов ир-егеттәргә дин дәрестәре бирә. Солтанайҙар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй.
Мәсет булған ерҙә иман булыр, тигән боронғолар. Солтанай ауылы мәсете лә ауылға иман килтереп, ҡот өҫтәп, халыҡ күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.
Читайте нас: