Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
23 Март 2020, 17:30

Ил-көнгә именлек теләп

Солтанай ауыл мәсетендә күркәм сара ойошторолдо

Кисә Солтанай ауылы мәсетендә имен тормош, хәйерле көндәр теләп, кешеләрҙе дөрөҫ юлдан барырға өндәү, йәш быуынды эскеселек, наркомания кеүек заман афәттәренән аралау маҡсатында Ҡөрьән аяттары уҡылды.
Был изге эште ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы, һаулыҡ һаҡлау системаһы ветераны Фәниә апай Суфиянова башлап ебәрә. Бер нисә көн алдан ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары - Фәзилә Хәбибуллина, Заһиҙә Фәтхетдинова, Рәйсә Сәләхетдинова, Эльмира Сафиуллина, Фидания Шәйхетдинова, Сөғдә Гәрәева, Эльза Йосопова, Рүзилә Ғайфуллина, Зимфира Хәлитова иман йортон йыуып-йыйыштырып, үтәсәк сараға әҙерләй. Ошо уҡ гүзәл заттар ҙа өҫтәл әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашып, береһенән-береһе тәмле ҡамыр аштары бешереп алып килә.
Асҡындан Илшат хәҙрәт Әбдрәхимов Ҡөрьән аяттары уҡый, уға шулай уҡ Данис Кәлимуллин, Венер һәм Нияз Әбдрәхимовтар ҙа ҡушыла. Артабан сараға йыйылыусылар Рәйсә Сәләхетдинова бешереп алып килгән тәмле былауҙан ауыҙ итеп, килтерелгән күстәнәстәр менән һыйланып, ил-көнгә именлек, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларға бәхет-тәүфиҡ теләп сәй эсә. Өҫтәл әҙерләүҙә шулай уҡ Зилә Шәйнурова, Гөлсинә Мирзина, Илүсә Суфиянова ла ярҙамлаша.
Шулай, теләк булғанда, ойоштороусылар берҙәм эш иткәндә теләһә ниндәй эште лә дәррәү атҡарып сығырға мөмкин.
Афарин, солтанайҙар!
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.
Читайте нас: