Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм етенсе айҙы “Эй, Аллам! Беҙгә Рәжәб менән Шәғбанда бәрәкәт бир һәм Рамаҙанға етеүгә өлгәштер” тигән доға менән ҡаршы алыр булған. Эйе, был айҙар – ураҙаға әҙерләнеү осоро. Тимәк, уларҙа изге ғәмәлде бер көн булһа ла үтәү – ризыҡланмай йөрөп ҡарау – зарур. Рамаҙанға үҙебеҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, Шәғбан – минеке, Рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Раббыбыҙ айы хаҡында аят-сүрәләр, бихисап хәҙис-шәриф бар. “Рәжәбтә ҡылынған изгелеккә сауап етмеш тапҡыр күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Мәғлүм ки, Рәжәбтә Рәғәиб кисе бар – ошо айҙың тәүге йомаһы. Быйыл ул 27 февралдә ҡояш байыу менән инәсәк. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдуллаһ ибн Ғәбделмотталиб менән әсәһе Әминә бин Үәһбтең никахлашыу кисе ул. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә салауат әйтеү, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу хәйерле, изге ниәт-теләктә булыу мөһим.
Фото:
al-isnad.kz