Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
26 Август 2019, 14:37

Асҡындар изге сәфәрҙән ҡайтты

Асҡын үҙәк мәсетендә хаж ғәмәлен үтәп ҡайтыусылар менән осрашыу үтте

Сарала район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, уның урынбаҫары Риваль Сәлимов, ауылдарҙан килгән имамдар, дин ҡәрҙәштәребеҙ ҡатнашты.


Барыһын да сәләмләп, изге теләктәрен әйтеп, осрашыуҙың ниәтен аңлатып сараны райондың имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин асты.

Артабан Ришат Марат улы мәсеткә килеүселәрҙе тәбрикләп, рәсми рәүештә райондың яңы имам-мөхтәсибе, Асҡын үҙәк мәсетенең имам-хатибы Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин һәм уның урынбаҫарҙары менән таныштырҙы. Ришат Марат улы халҡыбыҙға артабан да шулай берҙәм булып, райондаштарыбыҙға иман нурын таратыуҙа әүҙем булыуҙарын теләне. Асҡын үҙәк мәсете асылыуға 15 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса ла тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы.

Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, районыбыҙға килеүсе Зәки Ильяс улы Насыров та мәсеткә инеп, дин ҡәрҙәштәребеҙ менән ихлас аралашты. Был иман йорто 2004 йылда нәҡ Зәки Насыров районды етәкләгән осорҙа төҙөлә. Шуға ла Зәки Ильяс улы мәсет төҙөлөү тарихына туҡталып, төҙөлөштө башлап йөрөүселәргә, был эштә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм асҡындарға һәр саҡ шулай асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, иманлы, дарманлы, рухлы булып ҡалыуҙарын теләне.

Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратының райондағы имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт Ғиндуллин һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов та сығыштарында изге теләктәрен еткереп, киләсәктә шулай берҙәм һәм бер маҡсатта эшләргә өндәне.

Быйыл районыбыҙҙан алты кешегә изге хаж ғәмәлен үтәргә насип була. Улар барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Хаж ҡылыусылар исеменән Солтанбәк ауылы мәсетенең имам-хатибы Айрат хәҙрәт Насртдинов сығыш яһап, тәьҫораттары менән бүлеште.

Ҡөрьән аяттары уҡылып, доғалар ҡылғас, бергәләп ҡорбан итенән бешерелгән дымламанан ауыҙ итте сараға йыйылыусылар.




Читайте нас: