Районыбыҙҙа Ҡорбан байрамдары йылдан-йыл матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, мохтаждар, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә.
Назим хәҙрәт йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлап, вәғәз һөйләй, Ҡорбан ғәйетенең мәғәнәһен аңлата.
Байрамға йәм өҫтәп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауылдың кураторы Эльвиза Ғәйзуллина килә. Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы ауылдаштарын, бирегә йыйылыусыларҙы мөбәрәк Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, алдағы көндәрҙә лә бөгөнгөләй дуҫ, татыу, туғандарса йәшәргә саҡыра.
Ауылда ике тиҫтәгә яҡын ҡорбанлыҡ салына. Мөғәллимә Рәфизә Фәрдәт ҡыҙы Хикмәтова етәкселегендә уңған хужабикәләр Сулпан, Рәсимә, Рәзилә апайҙар ҡорбан итен бешереп, ауылдаштары менән мул табын әҙерләй. Ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалмай. Тиҙ арала мәсет ихатаһына өҫтәл-эскәмйәләр теҙеп, хужабикәләргә ярҙам итеп тора.
Әйткәндәй, Солтанбәктә тыуып үҫеп, бөгөн Нефтекамала йәшәүсе Фәнәзиә апай ҙа ауылға ҡайтып ҡорбанлыҡ салдырып, ауылдаштарына ауыҙ иттерә.
Әмирйән хәҙрәт ил-йортобоҙҙоң тыныслығына, бәрәкәтле мул тормошҡа, атай-олатайҙар ризалығына аяттар уҡығандан һуң, байрамға йыйылыусылар мул табын артында ҡорбан итенән ауыҙ итте, ҡорбан салыусы хужаларға рәхмәттәрен еткерҙе.
Байрамда ҡатнашҡан һәр кем рухи аҙыҡ алды, иманын нығытты, күңелен пакланы.