Баҡһаң, мосолмандарҙың изге көнө – Ҡорбан байрамын улар һәр саҡ мәсеттә ҡаршылай икән. Рәйсә Мөхәмәтшина сығышы менән Илеш районынан, күптән баш ҡалала төпләнгән. Рәйсә Вәлиева иһә – Өфө ҡыҙы.
– Йылдан-йыл дини тәғлимәттәргә инаныусылар, рухи тамырҙарын эҙләүселәр, иманға ҡайтыусылар һаны арта. Бына бөгөнгө байрам вәғәзенә лә бихисап кеше килгән. Урын етмәгәс, урамда тыңланыҡ. Изге Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Барыһына ла иҫәнлек, һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, йән рәхәте, ғаилә бәхете насип итһен. Донъяларығыҙ тыныс, табындарығыҙ мул, яҡын кешеләрегеҙ һәр саҡ янда булһын! – тип теләктәрен еткерҙе әхирәттәр.