Бигерәк тә әсәйемдең мөғжизәле тауығы быйыл да серле йомортҡалары менән ҡыуандырҙы. Былтыр, ҡорбан байрамы мәлендә, Ҡөрьән һүҙҙәре яҙылған, мәсет һүрәте төшөрөлгән өс йомортҡа һалып, таң ҡалдырған тауыҡ, әле бөгөн дә мәсет һүрәте төшөрөлгән һәм боронғоса яҙылған йомортҡа һалған!
Тауыҡ үҙе Өфө районының Шамонин ауылында донъяға килгән. Төҙөлөш ваҡытында өҫтөнә таҡталар төшөп имгәнгән себеште еҙнәм, йәлләп, ауылға алып ҡайтып, әсәйемдең себештәренә ҡушып ебәргәйне. Ул Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тауыҡ булып үҫеп, икенсе йыл рәттән ошо изге байрам көндәрендә генә серле йомортҡалар һала. Ошонан сығып, нисек мөғжизәгә ышанмайһың инде?! Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанып, уға ғына табынып, унан һорап һәм биргәненә рәхмәт әйтеп, доға ҡылайыҡ, Алла ризалығы менән йәшәйек, ҡәрҙәштәрем!