Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
31 Июль 2019, 16:42

Ҡайҙа быйыл ҡорбан салырға була?

Ҡорбан байрамы яҡынлаша. Һәр мосолман уны түҙемһеҙләнеп көтә, ҡорбан салдырырға йыйына.

Өфөлә ҡорбан салыу ғәмәлен уҙғарыу өсөн ике махсус майҙансыҡ ойошторола. Ҡаланан алыҫ түгел Зинин ауылындағы “Каруан” сауҙа үҙәге янында (Пригородная, 55) һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә. Унда һарыҡ һайлап һатып алырға һәм салдырырға мөмкин.

Былтыр Зининда беренсе тапҡыр шундай махсус майҙансыҡ булдырылғайны, ә ҡаланың төньяғында йәшәгән кешеләр уны Черниковка һәм Инорс тирәһендә күрергә теләгәйне.

Байрам вәғәзенән һәм ҡорбан салыуҙан һуң, “Ватан” этнопаркында һәм “Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдында “Ҡорбан Хәләл Fest” тип аталған тамаша була. Унда көрәш ярышы, байрам концерты, былау менән һыйлау ойоштороласаҡ.



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА

Читайте нас: