

Ошо көндәрҙә Сураш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ауыл клубына йыйылып, яугирҙар өсөн туҡмаҫ киҫә. "Был ризыҡ илебеҙ именлеген һаҡлаусыларға тыуған яҡтарын, өйҙәрен иҫкә төшөрөп, көс бирһен", — ти улар.
Бындай өмәләр халыҡты берләштерә. Ризыҡ әҙерләгән ваҡытта апайҙар яугирҙарҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләп, изге теләктәр юллай һәм доғалар уҡый.
Шулай уҡ туҡмаҫ менән бергә яугирҙарға боҙолмай торған башҡа ризыҡтар ҙа ебәрелә.
“Беҙҙең тырышлығыбыҙ ҙа Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен. Иң мөһиме: яугирҙарыбыҙ иҫән-имен булып, тиҙерәк Еңеү менән ҡайтһын!
Беҙҙең хәстәрлек, изге теләктәребеҙ һәм бөгөн тыуған йортонан алыҫ булғандарға ярҙам итеү ниәте менән әҙерләгән ризыҡтар яҡындарын хәтерләтһен, күңелдәрен йылытһын”, — ти Сураш ауылы ирекмәндәре.
Афарин, сураштар! Бындай изге эштәр артабан да халҡыбыҙҙы берләштереп, изге башланғыстарға этәргес бирһен!
Наилә Имаева.