

Лилиә һәм Фәрис Маликовтар икеһе лә ошо ауылда тыуып, бергә уйнап үҫеп, бил нығытып, аҡыл туплап, киләсәк тормоштарын бергә бәйләгәс тә, ситтән бәхет эҙләмәйенсә, ошонда, кендек ҡаны тамған ерҙә, үҙ донъяларын булдырып тырышып ғүмер итә.
– Беҙ икебеҙ ҙә ауыл тормошон яратып йәшәүселәрҙән. Икебеҙ ҙә матурлыҡҡа ғашиҡ, шау сәскәлә ултырған баҡсаны яратабыҙ. Район күләмендә уҙғарылған «Йәшә, тыуған ауылым!» конкурсында «Иң яҡшы йорт» номинацияһында еңеү ҙә яуланыҡ бер йылды, – тип һөйләй Лилиә Рафиҡ ҡыҙы.
Маликовтарҙың ике улы – Фәдис менән Вилдан да атай-әсәйҙәре шикелле бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, башҡарғандан тәм табып йәшәй торғандарҙан. Фәдистәре тормош иптәше Олеся менән Өфө ҡалаһында йәшәй, быйыл беренсе класҡа уҡырға барған ҡыҙҙары Азизаны тәрбиәләйҙәр. Кесеһе Вилдан алыҫ Себер яҡтарында эшләй. Малайҙар икеһе лә атай-әсәй янына йыш ҡайтып, хужалыҡ эштәрендә булышып китә.
– Улдарыбыҙҙы атайҙары бәләкәйҙән ҡул араһына индереп, эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Бәләкәй генә саҡтарынан уҡ уларҙың ҡулдарында сүкеш-ҡаҙаҡ, көрәк-тырма булды. Беҙ, ғөмүмән, йорттағы барлыҡ эште бергә эшләргә күнеккән. Алда әйтеп үткән конкурста ҡатнашҡанда ла малайҙарҙың ярҙамы ҙур булды: улар ағастан булһынмы, резинананмы, таштанмы тигәндәй, баҡсаға төрлө һындар, сәскә түтәлдәре яһаны. Минең эш сәскәләрҙең төрлөһөнән ултыртып, биҙәү генә булды. Улдарыбыҙға атайҙары һәр саҡ: «Эшләйһең икән, эшең еренә еткереп башҡарылһын», тип әйтә торғайны. «Атанан күргән – уҡ юнған» мәҡәле бына беҙҙең балаларға ныҡ тура килә, – тип улдары тураһында бары тик әсәләргә генә хас йылылыҡ менән һөйләне Лилиә Рафиҡ ҡыҙы.
Был ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу ҙа хөрмәткә лайыҡ. Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Таңатар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә белгес булып эшләй. Эшкә ул йәйәү йәки велосипедта бара. Йәй-көҙ айҙарында һәр кис тиерлек велосипедта йөрөргә сыға, скандинав йөрөшөн дә үҙ иткән. Ә ҡышҡы осорҙа ул саңғыла шыуырға ярата. Сәләмәт тәндә генә сәләмәт рух икәнен Маликовтар яҡшы аңлай һәм балаларына ла бәләкәйҙән һеңдереп үҫтерә.
Фото ғаилә альбомынан.
Венера Арысланова.