Йәнтөйәк
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
23 Октября , 04:55

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала

Солтанбәк ауылында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы  сиктәрендә мәҙәниәт йортон ремонтлау тамамланыуға бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш алаСолтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала

Бында ҙур күләмдә эштәр башҡарылған: тәҙрәләр һәм  ишек алмаштырылған, бина тышҡы яҡтан профнастил менән тышланған, иҙәндәр яңыртылған, тәҙрә йөҙлөктәре  ҡуйылған, күтәрмә яңыртылып, тәртипкә килтерелгән.

Мейес сығарғас, иҙәнде буярға ҡала. Яңыртылған мәҙәниәт йортон ноябрҙә асыу планлаштырыла.

“Тыуған ауылын үҫтереүгә, уны төҙөкләндереүгә ярҙам итеүселәргә  рәхмәт белдерәм. Тап берлектәге тырышлыҡ арҡаһында беҙ  тораҡ пункттарыбыҙҙы матурлайбыҙ, төҙөкләндерәбеҙ,  йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Бергәләп Асҡын районын яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ”, — тине Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортонда эштәр барышы менән танышҡанда Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов.

 

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас