Йәнтөйәк
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
23 Октября , 06:30

Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә

Борай районында беренсе медицина класы асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнәБуласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә
Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә профилле кластар асылып, уҡыусыларға киләсәктә күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайларға уңайлыҡтар тыуҙырыла башланы. Һәм был белем биреү системаһында һәр ваҡыт өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Ошо көндәрҙә Борай 1-се урта мәктәбендә районда беренсе медицина профилле класс асылды. Был ваҡиға ер йөҙөндәге иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған 10-сы класс уҡыусыларын, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен һәм педагогтарҙы берләштерҙе.

Буласаҡ медиктарға фатиха һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының социаль, кадрҙар һәм эске мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марат Ахунов, Бөрө медицина-фармацевтика колледжының ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Марина Панчихина, район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин һәм үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов мөрәжәғәт итте.

– Профилле кластар асыу тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ. Ысынында иһә, ул мәктәптең матди-техник базаһы ныҡ булыуын, унда юғары һөнәри әҙерлекле уҡытыусылар эшләүен талап итә, матди сығымдар ҙа һорай. Бында ата-әсәләрҙең дә мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә тороуы мөһим. Профилле белем биреү практик дәрестәр менән нығытылырға тейеш. Ә быны профилле уҡыу йорттарынан башҡа эшләп булмай. Медицина профиле буйынса махсус курстар үтер өсөн, беренсе сиратта, райондың үҙендә медицина буйынса белем биреү учреждениеһы булмау ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Беҙ был мәсьәләне ыңғай хәл иттек: Бөрө медицина-фармацевтика колледжы менән килешеү төҙөнөк. Беҙҙең инициативаны хуплаған район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә һәм үҙәк дауаханаға рәхмәтлебеҙ. Һәр ҙур юл беренсе аҙымдан башлана. Буласаҡ табиптарға хәйерле юл, уҡыуҙарында уңыштар һәм теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем, – тип, уҡыусыларға аҡ юлдар теләне мәктәп директоры Азат Арысланов.

Медицина класында уҡыу башланыу билдәһе булараҡ, уҡыусылар тантаналы рәүештә буласаҡ табип антын ҡысҡырып әйтте.

Рәсми өлөштән һуң уҡыусылар өсөн практик сессия башланды. Унда улар медицина өлкәһендәге тәүге ярҙам күрһәтеү, пульсты һәм үпкәләрҙең һыйҙырышлығын үлсәү, дауалау физкультураһы нигеҙҙәре һәм заманса медицинала виртуаль ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланыу кеүек тәүге күнекмәләрен күрһәтте.

Проекттың төп маҡсаты – медицина өлкәһе менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү. Был уларға киләсәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңышлы карьера төҙөү өсөн кәрәкле башланғыс белемдәрҙе һәм практик күнекмәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Программаға профилле фәндәрҙе – биология һәм химияны тәрәндән өйрәнеү, шулай уҡ практик дәрестәр индерелгән. Бынан тыш, программала тәжрибәле белгестәр менән аралашыуға айырым иғтибар бирелә. Уҡыусылар медицина учреждениеларына экскурсияларға барасаҡ, осрашыуҙарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә табиптар менән туранан-тура фекер алыша аласаҡ. Махсус ойошторолған тәрәндән өйрәнеү дәрестәре өлкән класс уҡыусыларына дөрөҫ һөнәр һайларға һәм артабан ошо йүнәлештәге мөхиткә яраҡлашырға ярҙам итәсәк. Әлеге проект кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә һәм Борай районы һаулыҡ һаҡлау системаһында медицина белгестәре етешмәүен кәметеүгә йүнәлтелгән.

Фото Борай районы хакимиәтенең «Бәйләнештә» рәсми битенән алынды.

Венера Арысланова.

Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә
Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә
Буласаҡ табиптар мәктәптә тәрбиәләнә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас