

Икенсе тапҡыр төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр менән баҫылып сыҡҡан китаптың автор төҙөүселәре – Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Татьяна Ивановна Горная һәм Башҡортостан Республикаһы «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бөрө бүлексәһе ағзаһы Лена Камил ҡыҙы Хакова. Әгәр беренсе баҫмала композиторҙың тормош юлына бәйле архив документтарына, фотоларға өҫтөнлөк бирелһә, был баҫмала уның ижады беренсе урынға ҡуйыла. Педагог-музыканттың фәнни-тикшеренеү, композиторлыҡ һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелеп, матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләренән өҙөктәр, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәре, ҡулъяҙма музыкаль әҫәрҙәре индерелә.
Музыка йүнәлеше буйынса юғары һәм урта һөнәри белем алыусы студенттарға, сәнғәт һөйөүселәргә тәғәйенләнгән китап өс ҙур бүлектән тора. Беренсе бүлектә Мәсғүт Зәйнетдин улының ижади биографияһына тулы анализ бирелә. Уның музыкант һәм педагог булараҡ формалашыу юлдары, музыкаль-мәғрифәтселек эшмәкәрлеге анализлана. Шулай уҡ Бөрө Балалар сәнғәт мәктәбенең тарихы һәм хәҙерге торошо, педагогик эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәт бирелә.
Музыка белгесе Мәсғүт Бәшировтың китапҡа индерелгән фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге айырым иғтибарға лайыҡ. Мәктәп архивында һаҡланған «Башҡорт профессиональ музыкаһының барлыҡҡа килеүе», «Профессиональ формаларҙың барлыҡҡа килеүе» исемле ҡулъяҙмалары тәүге тапҡыр баҫма вариантта донъя күрҙе. Китап шулай уҡ Ш.Гуноның «Ромео һәм Джульетта» операһы ҡуйылыуына ҡарата һәм Р.Сәлмәновтың «Башҡорт композиторҙарының йырҙары» йыйынтығына яҙған рецензиялары киң ҡатлам уҡыусыларға тәүге тапҡыр еткерелеүе менән әһәмиәтле. З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана архивында һаҡланған «Камил Рәхимов. Композитор тураһында очерк» ҡулъяҙмаһына китап авторҙарҙың характеристикаһы ла эҙләнеү-тикшеренеү эшенең юғары һөҙөмтәһе.
СССР Совет композиторҙары союзы ағзаһы, музыка белгесе М.З. Бәшировтың әҫәрҙәре исемлегенә 1937 йылдан алып 1958 йылға тиклемге вокал, хор башҡарыуы, фортепиано һәм оркестр өсөн ижад ителгән көйҙәр теҙмәһе индерелгән. Унда башҡорт халыҡ йырҙарына, күренекле башҡорт шағирҙары әҫәрҙәренә ижад ителгән көйҙәрҙең өҫтөнлөк алыуы – яҡташыбыҙҙың башҡорт музыкаһын үҫтереүгә тос өлөш индереүе билдәһе. 1960 йылда яҙған ижади эш планы иһә уның ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй белеүен күрһәтә.
Китапта композитор Мәсғүт Бәшировтың нота ҡулъяҙма мираҫы иғтибарға лайыҡ. Авторҙың өс дәфтәрҙән торған музыкаль әҫәрҙәре БР-ҙың З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондынан – нота баҫмалары һәм аудиояҙмалар залынан һәм Бөрө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Р. Ғимаевтың шәхси архивынан алынған. Ҡушымтала бирелгән фотоматериалдар һәм исемдәр күрһәтмәһе “Ғилем – китаптың эсендә лә, тышында ла” тигән мәҡәлде тағы бер тапҡыр раҫлай.
Башҡорт профессиональ музыкаһын үҫтереүгә, Бөрөлә Балалар сәнғәт мәктәбен асыуға нигеҙ һалыусы Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәшировтың тормош юлы һәм ижады ғына түгел, тотош булмышы, характеры асыла шулай. Был юҫыҡта байтаҡ йылдар эҙләнеү эштәре алып барған Лена Камил ҡыҙы Хаковаға БР-ҙың З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы исеменән Рәхмәт хаты тапшырылған. Китапхана фонды Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың яҙмышын өйрәнеү буйынса хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, тип ышана.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.